Табипҡа барһаң, әллә күпме ҡиммәтле дарыуҙар яҙып бирә инде ул, ләкин халыҡ медицинаһында ла яҡшы һөҙөмтәле рецептар булыуы тураһында онотмайыҡ.
1 кг керән (хрен) тамырын ит тартҡыстан үткәрегеҙ ҙә, өҫтөнә 4 литр һыу көйөп, утҡа ҡуйығыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 5 минут ҡайнатығыҙ һәм һыуытып, һөҙөгөҙ. Төнәтмәгә 0,5 литр бал ҡушығыҙ.
Ҡатнашманы һыуытҡыста һаҡлағыҙ һәм уны бөткәнгә тиклем көн һайын берәр стакан күләмендә эсегеҙ. Йылына ике тапҡыр ошо рецепт буйынса дауаланһағыҙ, быуындарға тоҙ ултырыу проблемағыҙ йыраҡ ҡасыр.