Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ноябрь 2020, 22:55

Булмышына тоғро

Уҫманғәле ауылының фельдшеракушерлыҡ пунктында эшләгән Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Рәғиҙә АЛТЫНБАЕВА, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән әңгәмәләшергә, бѳгѳнгѳ хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерергә булды...

Бар ғаләмде ялмап алған коронавирус эпидемияһы осоронда табиптарға, шәфҡәт туташтарына, хатта был өлкәлә йыйыштырыусы, водитель булғандарға, башҡа төр хеҙмәттәр күрһәткәндәргә лә үҙҙәрен аямай көсөргәнешле эшләргә тура килә. Иңдәренә йөкмәтелгән бурысты атҡарыу, Гиппократ антына тоғро ҡалыу өсөн кеше ғүмере һағында торғандар барыһын да үтәргә тырыша. Уҫманғәле ауылының фельдшеракушерлыҡ пунктында эшләгән Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Рәғиҙә АЛТЫНБАЕВА, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән әңгәмәләшергә, бѳгѳнгѳ хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерергә булды.
► Рәғиҙә Хәбитдин ҡыҙы, кешене хыял йөрөтә, тиҙәр. Уның ниндәй һөнәр һайлауына ла тап ул йоғонто яһай. Һеҙҙе лә шәфҡәт туташы булыуығыҙға бала саҡ хыялы этәргәндер? - Бала саҡта хыялдарым күп булды. Бейергә лә яраттым. Ҡурсаҡтарыма уколдар һалып, дарыуҙар эсереп “йүнәлтеп”, “һауыҡты, мәктәпкә барырға мөмкин” тип справкалар яҙып уйнай торғайным… Уҫманғәле мәктәбенең һигеҙ класын тамамлағас, 1981 йылда Белорет медицина колледжының “Шәфҡәт туташы” бүлегенә уҡырға инергә ҡарар иттем. Студент йылдарында спорт менән мауыҡтым, район-ҡала, республика кимәлендәге еңел атлетика буйынса үткәрелгән ярыштарҙа команда менән ҡатнашып, призлы урындар яулаған осраҡтар күп булды. Спорт менән шөғөлләнгәндәрҙе, төрлө ярыштарҙа даими ҡатнашҡандарҙы, уҡыу йортон тамамлағас, ҡаланың медицина учреждениеларына йүнәлтмә менән эшкә ебәреүҙәре лә быға этәргес көс булып торҙо. 1984 йылда, колледжды тамамлағас, ҡаланың стоматология поликлиникаһына эшкә ебәрҙеләр. Ике йыл эшләгәс, өҫтәмә эш һорап, ҡаланың медицина санитар часына (хәҙерге дауахана ҡаласығы) барҙым. Шәфҡәт туташтары етешмәү сәбәпле, шундуҡ кардиология бүлегенә Булмышына тоғро һөнәрем буйынса эшкә күстем һәм 1988 йылдың декабренә тиклем шунда эшләнем.
► Һөнәрегеҙ буйынса иң тәүге тәжрибә туплаған беренсе эш урынығыҙ тураһында ниндәй тәьҫораттар һаҡлана? - Әлбиттә, йылы һәм бары тик яҡты һәм яҡшы хәтирәләр генә. Кардиология бүлегенә эшкә барғас, процедура кабинетында оҙаҡ йылдар эшләгән, Бөйөк Ватан һуғышында фронт һыҙығын үткән Анна Гавриловнаның урынына ҡалыу бик тулҡынландырғыс булды. Үтә лә бай тәжрибәле остазым мине ул саҡта күп нәмәгә өйрәтеп китте. Дауахана ҡаласығында эшләгәндә шәфҡәт туташтары араһында үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып алған Маҡтау ҡағыҙҙары ул көндәрҙең хәтирәһен һаҡлай, мине яратып өлгөргән дауаланыусыларымды иҫкә төшөрә.
► Ҡала менән бәйләнеш өҙөлөүенә нимә сәбәпсе булды? - Һәр ҡыҙ бала ҡатын, әсәй булырға, үҙ тормошон ҡорорға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙың бар асылы шунда ла инде. 1988 йылдың аҙағында ауылдашым, класташым Фаил Рафаил улы менән яҙмыштарыбыҙҙы бәйләнек. Унан бер аҙ Благовещен ҡалаһында йәшәп, эшләп алдыҡ. Шул йылдарҙа ике ҡыҙыбыҙ - Гүзәл менән Гөлнараға ғүмер бүләк иттек. Дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә ике йәш бала менән йәшәүҙән тамам арығас, тыуған яҡҡа ҡайтып, үҙебеҙҙең иркен, матур өйөбөҙҙә йәшәү теләге менән яна башланыҡ. Һәм 1994 йылда Уҫманғәлегә ҡайтып, үҙ йортобоҙҙо һалып сыҡтыҡ. Шул уҡ йылда Инйәр дауаханаһында башта санитарка, унан хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләнем. 2000 йылда Уҫманғәле ауылында фельдшеракушерлыҡ пункты асылғас, һөнәрем буйынса шунда эшкә күсерҙеләр. Әйткәндәй, ул саҡтағы Премьер-министрыбыҙ, ауылдашыбыҙ Рафаэль Байдәүләтовҡа был дауалау пунктын асыуҙы һорап хат яҙып, ауылдаштарымдан ҡултамғалар йыйып, шәхсән үҙем мөрәжәғәт иттем. Быға мине оло йәштәге инәй-бабайҙарҙың машиналар яллап Инйәргә дауаханаға йөрөүҙәре, әгәр ауылда ФАП булһа, тейешле процедураларҙы унда алыу мөмкинлеге этәрҙе. Бөгөнгө көндә уҫманғәлеләр заманса йыһазландырылған иркен, яҡты бинала һаулыҡтарын нығыталар, дауаланалар.
► Бар донъяны коронавирус баҫып алған ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткәндәр һаны артыуы билдәле. Шул уҡ ваҡытта һеҙ башҡаларҙы был афәттән һаҡланыу йәһәтенән агитациялау өҫтөндә лә эшләйһегеҙ. Был сирҙе нисек йоҡтормаҫҡа, иммунитетыңды күтәреү өсөн нимәләр эсергә тип тә йыш һорайҙарҙыр? - Халыҡ тәүҙәрәк был вирустың барлығына ышанмайыраҡ ҡарай ине, битлек, бирсәткәләр кейергә кәрәклекте инҡар итте. Инфекция күпләп тарала башлағас, таныштарының, яҡындарының ошо сирҙе еңеп сығыуының шаһиты булғандан һуң ғына уның ысынбарлығына инандылар. Үҙ тәжрибәмдән сығып шуны әйтер инем: шул танышыма шул дарыуҙы эсергә ҡушҡандар, тип дарыуханаларға йүгерергә ашыҡмағыҙ. Диагноз бер үк булыу менән дә дауаланыу ысулы бер үк булмай. Табип һәр кешенең хроник сирҙәренә, шул иҫәптән бала саҡтан алып кисергән ауырыуҙарына ҡарап, тейешле дарыу йәки уколдар билдәләй. Иммун системаһын нығытыу өсөн халыҡ медицинаһын ҡулланыу бер кемгә лә артыҡ булмаҫ. Миҙгел сирҙәре барлығын да иҫтәрендә тотһондар һәм ҡул аҫтыбыҙҙа булған ҡарағат, гөлйемеш, балан, ҡурай еләге төнәтмәләрен, үлән сәйҙәрен эсеү бер кемгә лә зыянға булмаҫ. Барыбыҙ ҙа һау һәм сәләмәт булайыҡ!
► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас: