- Бәләкәй саҡтан “Урал”, “Совет Башҡортостаны”, “Башҡортостан пионеры” гәзиттәрен, “Ағиҙел”, “Һәнәк”журналдарын уҡып үҫтек. Бигерәк тә хикәйәләрҙе, романдарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайныҡ. Колхозда ветврач, мөдир булып эшләгән атайым Мәғзүм Хәйретдин улы төрлө баҫмаларға яҙылырға яратты. Башланғыс белеме генә булған әсәйем дә түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайны гәзит-журналдарҙы. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булғанына иманым камил. Аллаға шөкөр, улым Замир менән ҡыҙым Эльвина ла әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫтеләр, юғары белем алдылар. Улым киленем Гөлизә менән, ҡыҙым кейәүем Ришат менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр, матур донъя көтәләр. Әсә кеше өсөн шунан да ҙур бәхет юҡ инде.
Берҙән-бер “Урал”ыбыҙҙы һаҡлайыҡ, яҙылайыҡ, таратайыҡ! Ул беҙҙе берләштерә, аралаштыра, рухландыра. “Урал” тарихы - беҙҙең тарих, - тип тамамланы һүҙен күптәнге дуҫыбыҙ.