Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ноябрь 2020, 12:00

Файҙалы кәңәштәр

►Ҡандарында холестерин күп булған кешеләргә әстерхан сәтләүеге ашарға кәңәш ителә.►Астма өйәнәге булғанда ҡуйы ҡәһүә ярҙам итә.

►Күҙегеҙгә сүп инһә, бер үк ыуа күрмәгеҙ. Өҫкө күҙ ҡабағын тартығыҙ. Шулай эшләгәндә күҙҙән йәш сыға һәм ул сүпте йыуып сығара.
►Әгәр яраланһағыҙ, бер төймә стрептоцитты төйөгөҙ ҙә уға бер нисә тамсы йод тамыҙығыҙ һәм яраға ҡуйығыҙ, ярағыҙ тиҙ төҙәлер.
►Бик борсолһағыҙ, бер стакан ҡайнар тиерлек һөткә сей йомортҡа һарыһы туҡып, бер аҙ шәкәр һалығыҙ һәм ашыҡмайынса ғына эсегеҙ.
►Теш һыҙлағанда ауыҙығыҙҙы ҡыҙыл сөгөлдөр һуты менән сайҡағыҙ, һутты ауыҙҙа мөмкин тиклем оҙағыраҡ тоторға тырышығыҙ.
►Ҡан баҫымы юғары булғанда, көнөнә 3 аш ҡалағы бойҙай ашағыҙ (йыуып, бешермәйенсә). Тештәрегеҙҙе аҙнаға
ике тапҡыр аш содаһы һәм тоҙ ҡатнашмаһы менән таҙартһағыҙ, ағарып китерҙәр.
►Сәс һына, ҡойола башлаһа, сәс төбөнә тоҙ ышҡығыҙ ҙа йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ. 5-6 тапҡыр шулай эшләгеҙ. Процедураны аҙнаһына 2-3 тапҡыр ҡабатларға кәрәк. 2 аҙнанан сәстең нығынғанын, сәләмәтләнгәнен һиҙерһегеҙ.
►Ирен тиреһе ярылһа, көнөнә бер нисә тапҡыр ҡыяр һыуы һөртөгөҙ. Йоҡлар алдынан иһә бал һөртөгөҙ. 15 минуттан йыуып төшөргәс, туйындырыусы крем ҡулланығыҙ. 1 сәй ҡалағы эремсеккә шул уҡ күләмдәге кишер һуты ҡушып болғатыу һәм 20 минутҡа иренгә һөртөп тороу ҙа зыян итмәй.
► Әгәр ҙә термоста сит еҫбарлыҡҡа килгән икән - зарар юҡ: уға бер-ике ҡалаҡ дөгө һәм һыу һалып бер нисә тапҡыр яҡшы ғына һелкергә кәрәк. Һуңынан ҡайнар һыу менән сайҡарға онотмағыҙ.
► Ҡулланылып бөтмәгән һуғанды ниндәй ҙә булһа май менән һылап ҡуйығыҙ - ул сифатын юғалтмаясаҡ.
► Асылған томат пастаһын, уның ҡапҡасына әҙ генә ҡоро гәрсис һөртөп, йәки өҫтөнә ваҡ тоҙ менән май һалып, күгәреүҙән һаҡларға була.
► Тәмләткестәр ҡушылған ризыҡ еҫе оҙаҡ һаҡлана. Уны күпме ашаған булыуға ҡарап, тештәрегеҙҙе ни тиклем таҙартһағыҙ ҙа, ауыҙығыҙҙағы еҫ 24 сәғәт буйы һаҡланырға мөмкин. Шулай уҡ оҙаҡ ашамай торғандан да ауыҙҙа еҫ барлыҡҡа килергә мөмкин. Ауыҙҙан килгән насар еҫте бөтөрөү өсөн петрушка, ҡәнәфер, әнис кеүек тәмләткестәр һәм үҫемлектәр сәйнәү файҙа бирә. Әгәр ауыҙығыҙҙан еҫ оҙаҡ ваҡыт килә икән - был шикле сигнал, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, урт, ашҡаҙан-эсәк һәм ҡайһы бер башҡа ауырыуҙар булырға мөмкин.
► Киҫелгән лимон кибә башлаған икән, уны һалҡын һыуға һалып тороғоҙ - ул яңырып китер.
Читайте нас: