1. Телмәрҙе тотҡарлай.
Инглиз логопеды Салли Уорд үҙенең 10 йыллыҡ тикшереү эштәре менән шуны асыҡлаған: планшет, телевизор ҡарап үҫкән сабыйҙарҙың 20%-ның телмәр үҫеше 9 айынан артта ҡала башлай һәм өс йәшенә күптәренең телмәре бер йылға һуңлап ҡала.
2. Психологик яҡтан үҫеште тотҡарлай.
Бостон университеты педиатры Дженни Радески әйтеүенсә, бәләкәй сағынан гаджеттар ҡулланған балаларҙа эмпатия (йәғни кешенең ҡайғыһын уртаҡлаша белеү), бергәләп проблемаларҙы хәл итеү һәм матур итеп һөйләшә белеү кеүек сифаттар ныҡлап үҫешмәй. Сенсор экрандар хәрәкәт, моторика үҫешенә ҡама-
саулай, киләсәктә был теүәл фәндәрҙе үҙләштереүҙе тотҡарлай тип иҫбатлай педиатр. Әгәр ата-әсәләр балаларын электроника ярҙамында тынысландыра икән, ундай балалар үҙҙәренең эмоциялары менән эш итергә өйрәнмәй.
3. Яңғыҙлыҡ.
Социаль тенденциялар өлкәһендә эшләгән билдәле ғалим Хорсту Опашовски Германияның 57% халҡынан һорау алғандан һуң ошондай һығымтаға килгән - компьютерҙар өлкәһендәге прогресс - ул коммуникацияның ғына түгел, ә яңғыҙлыҡтың да үҫеше.
4. Тирә-яҡты, үҙеңде өйрәнеү һәләтен кәметә.
Немец нейробиологы Геральд Хютер әйтеүенсә, бәләкәй саҡта алған тән яралары бала өсөн бик мөһим. Йүгереү, ағасҡа менеү һ.б. - былар барыһы ла тирә-яғыңды, үҙеңде өйрәнеү өсөн кәрәк.
Мейенең маңлай алды ярымшарында хәлде тойомлай белеү, тирә-яҡҡа яраҡлашыу, эмоциялар менән эш итә белеү, нимә эшләреңде алдан уйлап ҡуйыу кеүек һәләттәр уйлап ҡуйыла, әгәр бала барыһын да үҙ миҫалында тойһа, был ярымшар яҡшы үҫешә, әгәр инде телевизор, планшет алдында көн үткәрһә, был һәләттәр бик насар үҙләштерелә.
5. Мейенең күләме бәләкәсәйә.
Мейе үҫешендә беренсе һәм иң мөһим стадия баланың 3 йәшендә тамамлана. Америка психотерапевты Линда Базелдың китабында яҙылыуынса, әгәр бала мөмкин булған бөтә эштәрҙә ҡатнашып, үҙ миҫалында әйләнә тирәһен өйрәнеп үҫмәһә, мейеһе 25-30%-ҡа бәләкәсерәк булып ҡала. Япон ғалимдары Кеп Ки Лоу һәм Райота Кэнэй ҙа быны иҫбатлап, МРТ һүрәттәрендә баланың мейеһе нисек бәләкәсәйгәнен күрһәтә.
6. Ҡул мускулдары
үҫешен тотҡарлай.
Линдси Марцоли исемле педиатр әйтеүенсә, сенсор экрандар баланың бармаҡ һәм ҡул суҡтары мускулдары үҫешен тотҡарлай. Британия уҡы-
тыусылар профсоюзы ла, телефондар модаға ингәс, хәҙер күп балалар конструктор һәм кубиктар менән уйнай алмай, мәктәптә балаларҙың бер-береһе менән аралашыуы ла юҡ кимәлдә, тип белдерҙе.
7. Логик уйлау һәләтен тотҡарлай.
Психолог Ларри Розен, яңы быуын хәҙер бер юлы йыр тыңлап, чатта яҙышып, фотолар ҡарап, Интернет селтәрендә гиҙеп, хатта дәрес тә әҙерләй ала, әммә бының хаҡы булып иғтибарһыҙлыҡ, тиҙ ҡыҙыусанлыҡ, уйлау һәләтенең насарайыуы һәм логиканың үҫешмәүе тора, тип иҫәпләй.
8. Йоҡоһоҙлоҡ.
Норвегияның медицина журналы BMJ Open яҙыуынса, гаджеттарҙы күп ҡулланған һайын йоҡлап китеүгә сарыф ителгән ваҡыт яҡынса ярты, бер сәғәткә күбәйә, ә йоҡо оҙонлоғо кәмей. Сөнки электрон ҡулланмалар нервыларҙы ҡуҙғыта, биологик ритмды боҙа.