Коронавирус эпидемияһы таралыуына юл ҡуймау сәбәптәренә бәйле быйыл традицияға әүерелгән бүләкләү сараһы район-ҡала сиктәрендә генә уҙҙы. Был көндө Мәхмүт мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Рәшит ҡыҙы Яруллина, Ҡағы ауыл клубы мөдире Наталья Владимировна Андриянова, “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге бухгалтеры Флүзә Ғәҙинан ҡыҙы Мөхәмәтдинова, Нура ауыл хакимиәте башлығы Надежда Александровна Фәйрүзова, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының операция шәфҡәт туташы Айгөл Заһир ҡыҙы Әминева һәм шәхси эшҡыуар Диана Борисовна Веричева бүләктәр һәм сәскәләр алып ҡыуанды.
Айгөл ЯРУЛЛИНА (һүрәттә):- Мин мәктәптә уҡытыусы булып эшләйем. Биш бала әсәһемен. Өлкәненә 22, иң кесеһенә 5 йәш. Өс студентыбыҙ бар, өлкән улыбыҙ эшләп йөрөй. Балаларыбыҙ мәктәптә уҡығанда саңғы ярыштарында, туристик слеттарҙа, төрлө конкурстарҙа һәр саҡ теләп ҡатнаштылар, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем булдылар. Хәҙерге заманда күп бала әсәһе булыуҙы ҡаһарманлыҡҡа тиңләргә мөмкин, сөнки заман ауырлығы, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡтан ҡурҡып быға күптәр батырсылыҡ итмәй. Үҙем дә биш балалы ғаиләлә үҫтем һәм шундай уҡ ҙур, татыу ғаилә ҡороу, бер-береһенә ярҙамсыл, тәүфиҡлы балалар үҫтереү тураһында хыялландым. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ аҡыллы, тырыш. Уларҙы тәрбиәләүҙә төп ролде әсәй кеше биләүен яҡшы аңлайым.