Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Декабрь 2020, 17:05

Йәштәр фатирлы булды

Муниципаль район хакимиәтендә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған етем балаларға фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Елизавета Пирогова менән Алексей Серегинды ҡотлап, был көндөң улар өсөн үтә лә мөһим һәм иҫтәлекле көн булыуын әйтеп үтте. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булғандарға белем алыу, ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү, яҡшы эштә эшләү өсөн үҙ мөхиттәренең булмауы ҡаршылыҡ тыуҙырыуын белдерҙе һәм фатир асҡыстарына эйә булған йәштәргә үҙҙәренең ғаиләләрен ҡороп, бәхетле балалар үҫтереүҙәрен, тормошта үҙ урындарын табып, район-ҡала мәнфәғәтенә тик изге эштәр генә атҡарыуҙарын теләне.
Ҡаланың Твердышев урамындағы йорттан бирелгән фатирҙар автономлы йылытыу системаһына тоташтырылған, тулыһынса ремонт эшләнгән, сантехника, хисаплау ҡорамалдары ҡуйылған, газ плитаһы урынлаштырылған. Йәштәр фатир торошо менән ҡәнәғәт булыуҙарын һәм бер-ике көндән унда күсергә йыйыныуҙарын белдерҙе. Алексей Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының ҡалалағы филиалында уҡып йөрөһә, ошо уҡ юғары уҡыу йортонда белем алған Елизавета тормош иптәше менән алты айлыҡ ул үҫтерә, киләсәккә оло маҡсаттар ҡороп йәшәй.
Читайте нас: