Хәҙерге көндә ауылда 5 кеше теркәлһә, ысынбарлыҡта 14 кеше йәшәй. Белорет-Өфө трассаһында йыл әйләнәһенә ике кафе эшләй.
Ҡолмаста бығаса бер ҡасан да электр уты булманы. Унда йәшәүселәр замана технологиялары үҫешкән быуатта йәшәп тә компьютер, телевизор һәм башҡа күп кенә цивилизация технологиялары менән файҙалана алманы. Генератор өсөн күп кенә сығым талап ителеүе сәбәпле, халыҡ уны мөмкин тиклем экономияларға тырыша. Бынан тыш, уларҙың йыл һайын сафтан сығыуы сәбәпле, әленән-әле запас частар йәки яңыһын һатып алырға тура килгән.
"Был ваҡиғанан һуң ауыл үҫер, ҙурайыр, тип ышанам. Кафе хужалары өсөн дә был ҙур ваҡиға - генераторҙарҙа экономияланған аҡсаны улар бизнесты артабан үҫтереүгә йүнәлтергә уйлай", - тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта
Рәсимә СӘЛИХОВА әҙерләне.