Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Декабрь 2020, 18:30

Кеше хоҡуҡтарын белергә тейеш

Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең район-ҡалалағы йәмәғәт ярҙамсыһы Инна Сергеевна Хлынова белдереүенсә, һуңғы ваҡытта суд ҡарары менән ризалашмаған граждандар күпләп мөрәжәғәт итә.

1948 йылдың тап ошо көнөндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын ҡабул итә. Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы вазифаһын иң тәүгеләрҙән булдырған субъекттарҙың береһе. 1996 йылда Дәүләт Йыйылышы тарафынан “Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр тураһында” закон ҡабул ителә һәм яңы дәүләт хоҡуҡ яҡлау институты формалаша. Был граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлаған һәм тергеҙгән башҡа ойошмаларҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыуға, етешһеҙлектәрҙе һәм проблемаларҙы күрһәтеүгә, бюрократик структуралар алдында граждандарҙың законлы мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил граждандарҙың иркен һәм хоҡуҡтарын боҙоу йәки тейешенсә үтәлмәү осраҡтарын тикшерергә, уларҙың ялыу, ғаризаларын ҡарарға; кешеләрҙең хоҡуғы һәм ирке үтәлеше өлкәһендәге эштәр хәле менән республиканың дәүләт власы органдарына, йәмәғәтселеккә мәғлүмәт бирергә хоҡуҡлы. Бынан тыш улар үҙ инициативаһы менән теге йәки был эшмәкәрлектә кеше хоҡуҡтары үтәлешенә тикшереүҙәр үткәрә ала.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиленең бойороғо менән 69 йәмәғәт ярҙамсыһы тәғәйенләнгән. Шуларҙың береһе Белорет районында 2009 йылдан бирле эшләп килә. Ул граждандарҙы ҡабул итә (пандемияға бәйле быйыл был эш телефон аша атҡарыла); хоҡуҡтарын боҙоу осрағы буйынса ялыуҙарын ҡарай; ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүҙәрен, тикшереү һөҙөмтәләрен теркәп бара; кеше хоҡуҡтарын киҫкен боҙоуҙар буйынса анализ яһай һәм был турала мәғлүмәт бирә, аңлатыу эше алып бара.
Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең район-ҡалалағы йәмәғәт ярҙамсыһы Инна Сергеевна Хлынова (һүрәттә) белдереүенсә, һуңғы ваҡытта суд ҡарары менән ризалашмаған граждандар күпләп мөрәжәғәт итә. Тик улар вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары ҡәтғи бойороу хоҡуғына эйә булмауын, кеше хоҡуҡтарын һәм иркен боҙоу осрағындағы һығымталары бары кәңәш булып тороуын, шул уҡ ваҡытта кеше хоҡуҡтарын яҡлау институтының
мѳһим баҫҡысы икәнлеген аңларға тейеш.
Кеше хоҡуҡтары - ҡатмарлы, төрлө яҡлы, шул уҡ ваҡытта фәлсәфәүи, сәйәси, әхлаҡи һәм хоҡуҡи төшөнсә. Йәмғиәтебеҙҙә йәшәгән һәр кеше үҙ хоҡуғын белергә тейеш. Конституция менән нығытылған хоҡуҡтары ниндәйҙер кимәлдә сикләнеүен аңлаған осраҡта, ул һәр айҙың һуңғы шаршамбы кѳнѳ Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 76 адресы буйынса урынлашҡан загс бинаһына килеп йәки 2-55-56 һандарына шылтыратып, кәңәшләшә ала.
Читайте нас: