Хәҙер картон, ҡағыҙ, ағас ҡайырҙарынан, тубырсыҡтарҙан, төрлө кәнфиттәрҙән биҙәлгән шыршылар модала, тип ебәрәләр. Байрам шыршыһында мотлаҡ йыл символдары балҡып торһон. Тик бер үк ҡып-ҡыҙыл уйынсыҡтарҙы элә күрмәгеҙ: Үгеҙҙе үсектереп ҡуйыуығыҙ бар. Ҡәҙимгесә, өйҙә, тәҙрәләрҙә ҡар бөртөктәре, мишуралар торһа, айырыуса тантаналыҡ өҫтәр. Йыл символы һындары, статуэткалары алырға онотмағыҙ. Өйөгөҙгә уңыш теләп торор.
Өҫтәлдә сигелгән ап-аҡ салфеткалар, етендән япмалар ябығыҙ. Шулай уҡ өҫтәлегеҙгә төрлө-төрлө быяла һауыттар ҡуйығыҙ. Ғаиләгеҙ ҙә, килгән ҡунаҡтар ҙа шатланырлыҡ булыр.