Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Декабрь 2020, 12:00

Һыйыр (Үгеҙ) йылы килә

Йылды нисек ҡаршылайһың, шулай оҙатырһың, тиҙәр. Шулай итергә тырышабыҙ ҙа ул, беҙ теләгәнсә килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Бигерәк тә үтеп барған йылды әйтәбеҙ. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйек, йәмәғәт. Ҡыйынлыҡтар ваҡытлыса ғына икәнен онотмайыҡ.

Быйыл корпоративтар тыйыла, күмәк кеше йыйылған ерҙәргә лә рөхсәт юҡ. Ярай, Яңы йыл бит ғаилә байрамы, өйөбөҙҙө матур итеп биҙәп, үҙебеҙҙең, балаларҙың, яҡын дуҫтар, туғандарҙың күңелен күрерлек барыбер ҙә әҙерләнергә кәрәк булыр. Йыл хужаһына ярарға, уға оҡшарға тырышаң. Юғиһә, асыуланыр, һыйыр тулаһа, аттан да яман тулай, тигәнде иҫтә тотайыҡ. Үгеҙҙең мөгөҙҙәренә эләгергә яҙмаһын.
Көнсығыш календары буйынса, Һыйыр (Үгеҙ) йылы 2021 йылдың 12 февралендә башланып, 2022 йылдың 31 ғинуарына тиклем хакимлыҡ итә.
Әлеге мәлдә беҙ, ҡасан ғына үтә инде был Сысҡан йылы, тип, яңы йылды көтәбеҙ. Тамам ҡурҡытты бит, етмәһә, кәбисә йылы ла тип ебәрәбеҙ. Һыйыр йылына өмөттәр бағлайбыҙ, көтәбеҙ. Һәм шулай булыр ҙа, күңелде киң тотайыҡ. Һыйыр малы бит Сысҡан һымаҡ ҡайҙа тәмлекәй, ҡайҙа ҡыҙыҡлыраҡ нәмәләрҙе, ығы-зығы эҙләп, тегендә-бында йырғаланып йөрөмәй. Һыйыр - тыныс холоҡло, төптән уйлап эш итеүсән. Эшһөйәр. Ығы-зығыларҙы үҙһенмәй.
Ҡытай календары аҡ металл Үгеҙ йылы тип нарыҡлай йылды. Беҙ уны Һыйыр йылы тибеҙ. Боронғо фалнамә китабында шулай тип яҙылған: «Һыйыр йылында ҡыш ҡаты һалҡын булыр. Ул йыл тыуған балалар шат, һөйкөмлө, уйнап-көлөүсән, кешеләргә мәрхәмәтле булырҙар. Мәнфәғәттәрҙе һаҡлаусы булырҙар», тиелгән. Шулай була күрһен!
Металл - ныҡ, ышаныслы, бирешмәҫ. Үҙ һүҙенә тоғро, түҙемле, ышаныслы, әҙәпле, эшсән кешеләрҙе Йыл хужаһы бик яратыр, уларҙы хуплап, ярҙам итеп торор. Киреһенсә булғандар Үгеҙ мөгөҙөнә эләгеүҙәре ихтимал. Шулай уҡ Хужа ғаиләлеләргә ихлас ярҙамлашыр.
Читайте нас: