Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Декабрь 2020, 12:00

Нимә кейәйем, нисек кенә биҙәнәйем икән?

Яңы йыл алдынан һәммәбеҙ ҙә (бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ) шулай уйлана башлай. Ысынлап та, йылына бер шаулашып алабыҙ инде ул.

Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: йәм-йәшел, күпереп торған үләнле болонда һыйыр малы көтөүе. Башмаҡ-быҙауҙары уйнаҡлай. Тирә-йүн иҫ киткес матур, тыныс... Күңелдәрҙә тыныслыҡ, сәскә, йылы һөт, ҡаймаҡ еҫтәре аңҡып китә. Һәммәһе лә тәмле, үҙебеҙҙеке, тәбиғи. Күңелдәргә рәхәт! Тыныслыҡ, һиллек, шатлыҡ!
Шулай булғас, беҙҙең кейем дә шуға оҡшашыраҡ, уларға яраҡлашҡан булырға тейештер. Хужаға тәбиғи төҫтәр, тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән кейем оҡшар. Бер үк синтетика, ҡыҙыл төҫтәге әйберҙәр кеймәгеҙ! Белеп тораһығыҙ, ныҡ «ҡысҡырып» торған сағыу төҫтәрҙән дә ҡасырға тура килер: Һыйыр әллә ни бәйләнмәҫ тә ул, Үгеҙе шөрләтә.
Үҙегеҙгә ҡулай образ һайлағыҙ, фантазияғыҙға ҡарап инде. Мәҫәлән, егеттәр көтөүсе, ҡыҙҙар ябай ауыл ҡыҙы һымағыраҡ кейенеп ебәрһә, шулай уҡ ҡала дачаһында кейенгән кеүек йөрөһәгеҙ ҙә оторһоғоҙ. Тубыҡҡа тиклем персик төҫлө ажурлы күлдәк, йәшел балахон, ҡыҫҡаһы - һәләтегеҙҙе эшкә ҡушығыҙ. Күмәгерәк кеше булған урынға барһағыҙ, йәшел, һары, аҡ, башҡа үҙегеҙ яратҡан төҫтәге матур күлдәк кейегеҙ.
Быйыл алтын, бриллиант, башҡа ҡиммәтле таштар, төрлө стразы булған биҙәүестәрегеҙҙе таға алмаҫһығыҙ, ахырыһы. Көмөш биҙәүестәрегеҙҙе тағығыҙ. Күн беләҙек, колье, көмөш төҫлө металл, ағастан эшләнгән төрлө биҙәүестәр - йыл хиты булыр. Гәрәбә, мәрүәт (перламутр) ынйы алҡа, йөҙөк, беләҙек, сылбырҙар бик ярап ҡалыр. Уртаса үксәле туфли, йомшаҡ мокасиндар ҙа ер, балсыҡ, япраҡ, ҡом төҫлө икән - мәжлестең йәме булырһығыҙ.
Макияжға килгәндә: йөҙөгөҙҙөң контурын күрһәтмәгеҙ: бит тә тәбиғи, ҡәҙимгесә булһын. Ҡаш та артыҡ беленеп тормаһын. Күҙ ҡабағына көрән, йәшел, металлик һөрмә һөртөгөҙ. Йылы, һиҙелер-һиҙелмәҫ алһыу төҫтәге помада яғығыҙ ирендәргә. Маникюрҙы ла тыныс төҫкә яһағыҙ, ялтырауыҡтар ярамаҫ.
Читайте нас: