Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2020, 12:15

Һыйыр һымаҡ уҡ ашарға тырышмағыҙ...

Һыйыр ҙа Үгеҙ ҙә - ашамһаҡ. Өҫтәлегеҙ һығылып тороуын үҙ итерҙәр, әммә күп ашауҙы хуп күрмәҫтәр.

Иң элек емеш-еләк, йәшелсә ризыҡтары, төрлө ярмалар, сырҙар урын алыр. Үлән сәйҙәре, емеш-еләк морстары, һөт коктейлдары әҙерләгеҙ. Һыйыр ите булырға тейеш түгел. Был байрамда балыҡ, тауыҡ, күркә, ҡаҙ, өйрәк иттәре, бәшмәк, балыҡ менән һыйланып тороғоҙ. Тәмлекәстәрҙең төрлөһөн әҙерләгеҙ. Үгеҙ - тәмлетамаҡ ул.
Ҡаты спиртлы эсемлекте лә үҙ итмәйҙәр. Шулай булғас, Яңы йылда шампан шарабынан да шәбе булмаҫ.
Һыйыр, Үгеҙ запаслы булыуҙы хуп күрә. Шуға ла йыл буйы өйөгөҙҙә ризыҡ та, аҡса ла күп булыуҙы, кәштәләрегеҙ, һыуытҡыстарығыҙ һәр саҡ ризыҡтан һығылып тороуҙы иҫкәртә. Яңы йылды ҡаршылар алдынан элекке нафталин еҫтәре аңҡып торған иҫке кейем-һалымдарығыҙҙы, күгәреп ятҡан әйберҙәрегеҙҙе ташларға тура килер. Йыл буйы өйөгөҙҙә бөхтәлек, таҙалыҡ, иркенлек булыуын теләр хужа. Улар иркенлек яҡлы.
Читайте нас: