Ҡуҙы ут һымаҡ натура. Фитнес залында ла ул үҙенә ғашиҡ иттерергә һәләтле, тиҙәр. Шуға ла ул модалы кедаға, кроссовкаға, спорт магазинына сертификатҡа бик һөйөнөр.
Ирҙәргә лә спорт клубына абонемент, күнекмә өсөн инвентарҙар оҡшар.
Буға постель кәрәк-яраҡтары, мунса өсөн ҡиммәтле халат, ебәк пижама алырға теләр ине. Ирҙәр аҡсалата алыуҙы хуп күрә.
Игеҙәктәр күргәҙмәләргә, театрға йөрөргә ярата. Олораҡтар шифаханаға юллама өсөн ҡыуаныр. Ирҙәр сәйәхәтте хуп күрер. Поезға йә самолетҡа билет ҡулай булыр.
Ҡыҫала өйҙә, туғандары, яҡындары араһында булыуҙы ярата. Диванға матур мендәрҙәр, йомшаҡ плед бүләк итһәгеҙ, үҙегеҙҙе оҙаҡ хәтерләтеп торор бүләгегеҙ.
Ирҙәргә үҙенә оҡшаған шөғөлөнә сертификат ярап ҡалыр.
Арыҫлан һәр нәмәгә лә һөйөнөр. Башлыҡ, шарф, үҙең бәйләгән свитер, үҙең бешергән торт - һәммәһен дә ихлас ҡабул итер.
Модник арыҫланға күҙлек, кепка, галстук, зажигалка, ҡиммәтле коньяк бүләк итергә була.
Һыуғоярҙар театр, музей, аквапарк, батутҡа билеттарҙы һөйөнөп алыр. Олораҡтарға аҙыҡ-түлек кәрзине, шоколад, яратҡан хушбуйын бүләк итергә мөмкин.
Ирҙәргә шахмат, китап, сит тел өйрәнеү өсөн әсбап бик оҡшар.
Балыҡҡа фен, үтек, яҡтыртҡыс, кофемолка, бешеренеү өсөн шкаф бүләк итергә мөмкин. Май шәм, йоҡо бүлмәһе өсөн бра, муйынсаҡ, йөҙөктө лә ҡыйыу бүләк итә алаһығыҙ.
Ирҙәргә кроссовка, теннис ракеткаһы, әгәр хоббиһы икән - боронғо аҡсаларҙы ла бүләк итергә мөмкин.
Ҡыҙҙар тик кенә ултырырға яратмай. Бәйләм, тегеү йә берәй сит тел өйрәнеү буйынса төрлө курстарға, массаж өсөн сертификат бүләк итегеҙ. Йыл буйы һеҙгә рәхмәт уҡырҙар. Ирҙәргә бөҙрәханаға, парфюмерия өсөн купон бирергә була.
Үлсәүҙәргә күңелле сюрприздар, төрлө уйындар, сувенирҙар оҡшар. Ирҙәргә һис икеләнмәйенсә портмоне, наушниктар, смартфон өсөн яҡшы сифатлы чехол алығыҙ.
Саянға «һөйләшкән» сәғәт, аҙыҡ-түлек өсөн үлсәү әҙерләгеҙ.
Ир-саянға аш-һыу өсөн техника, туризм өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ ул яратып коллекциялаған берәй шарап алығыҙ.
Уҡсы эске кейемдәргә, парфюмерияға сертификатҡа ла, операға, берәй күргәҙмәгә билетҡа ла ҡәнәғәт булыр. Әйберҙәр мотлаҡ билдәле брендтыҡы булһын. Ир-уҡсы хоккей матчына, концертҡа билетты шатланып ҡабул итер ине.
Кәзәмөгөҙгә йортона тәбиғи етендән ашъяулыҡ, мендәр тыштары, диван өсөн япма, быяла бокалдар, ваза, тәрилкәләр, быяла аксессуарҙар бүләк итегеҙ.
Ирҙәр ҡиммәтле ҡаптырмалар, галстук, стилле сумка алырға теләр.