Сәйҙең файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Уның составында 500-гә яҡын микроэлемент табылған. Сәй - кешегә көс бирә, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта, кеше организмынан ағыулы матдәләрҙе, токсиндарҙы сығара, файҙалыларын тотҡарлай, йонсоуҙы бөтөрә, хатта ябыҡтыра ла.
Сәйҙең составы
Сәй эсемлегендә Р, С, В, РР витаминдары, танин, кофеин, шәкәр, аҡһым һ.б файҙалы матдәләр бар. Сәй япраҡтары ҡалдыҡтарынан дарыу препараттары, ә орлоғонан алынған май косметикала ҡулланыла.
Сәйҙең төрҙәре
Ҡара, йәшел, бер генә һала торған, ваҡ, уртаса, эре япраклы сәйҙәр бар. Беҙҙә ҡара сәй эсеү ғәҙәткә ингән. Ҡайһы бер кешеләр йәшел сәйҙе үҙ күрә. Тағын һары һәм ҡыҙыл сәйҙәр ҙә була. Был төрлө төҫтәге сәйҙәр барыһы ла бер үк сәй ҡыуағынан алына, ә төҫтәре иһә сәй япрағын эшкәртеү ысулынан тора. Сәйҙең тәме һәм еҫе лә шул уҡ эшкәртеү ысулына бәйле. Төҫө буйынса йәшел, ҡара, һары, ҡыҙыл була. Структураһы буйынса: бөртөклө, япраҡлы, таҡта сәй була.
Күңел болғанғанда йәшел сәйҙе ҡоро килеш сәйнәргә ҡушалар. Тире боҙолһа, ашҡаҙан йәрәхәте булғанда ла йәшел сәй файҙалы. Сәйҙе емеш-еләктәрҙән, үләндәрҙән дә әҙерләйҙәр. Бөтнөклө (мята), мәтрүшкәле сәйҙәрҙе барыбыҙҙың да эскәне барҙыр. Бындай сәйҙәр ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра. Уларҙы шифалы сәйҙәр тип тә йөрөтәләр. Ҡарағат еләгенән яһалған сәйҙе - ревматизм менән ауырығанда, ҡара еләк сәйен - эс киткәндә, ә ҡайын еләге сәйен бауырҙа, бөйөрҙә таш булғанда ҡулланалар. Сәй көс бирә, йөрәкте тынысландыра, ҡан баҫымын түбәнәйтә, һалҡын тейеүҙән һаҡлай.
Сәй әҙерләү серҙәре
► Сәйнүктәге һыу ҡайнап сығыуға сәй эсергә әҙер тигән һүҙ түгел әле.
► Сәй бөртөктәрен махсус бәләкәй сәйнүккә һалып бешерергә кәрәк.
► Сәйҙе бешерер алдынан сәйнүкте ҡайнар һыу менән сайҡарға кәңәш ителә.
► Сәйнүккә сәй бөртөктәре һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ағыҙып, 5-6 минут ҡаплап торһаң, сәй тәмле лә, хуш еҫле лә була.
► Көн дауамында ҡат-ҡат бешерелгән сәйҙең иһә зарарҙан башҡа файҙаһы юҡ.
► Һәр хужабикәгә 2, 5, 6 һандарын иҫтә ҡалдырырға кәңәш ителә. 2 минут төнәтелгән сәйҙәге кофеин кәйефте күтәрә; 5 минут төнәтелгән сәйҙең эфир майҙары организмды тынысландыра; 6 минут бешкән сәй эсеү өсөн иң тәмле, хуш еҫле сәй һанала.
Һәр халыҡтың тип әйтерлек сәй бешереү буйынса үҙ ысулдары бар һәм һәр береһе үҙенекен маҡтай.
► Ҡытайҙар уны сәйнүктә түгел, ә ҡапҡаслы махсус сынаяҡта бешерә.
► Инглиздар сәйҙе бары тик һөт менән генә эсә. Башта һөт һалына, аҙаҡ сәй яһала. Был - ҡағиҙә.
► Төньяк Африкала йәшел сәйҙе бөтнөк менән төнәтеп, шәкәр ҡушып, ҡайнар килеш эсәләр.
► Көнсығыштың ҡайһы бер илдәрендә сәйҙе боҙ һәм цитрус емештәре һуты менән эсәләр.
► Тибетта сәйҙе бик ҡаты бешерәләр һәм уға һары май, тоҙ ҡушып эсәләр. Ҡатнашманы махсус һауытта ҡуйы масса хасил булғансы туҡыйҙар.
► Ҡырғыҙстанда, Монголияла сәйгә он, тоҙ һәм һарыҡ майы ҡушалар.
Сәйҙең файҙаһы
Яңы йыйылған сәй япрағында С витамины лимонға ҡарағанда 4 тапҡыр күберәк, ә йәшел сәйҙә, ҡара сәйгә ҡарағанда был витамин 10 тапҡыр күберәк. Бына шул витаминдарға бай булғанға күрә лә инде сәй кеше организмына уңай тәьҫир яһай, аҡыл активлығын үҫтерә, арығанлыҡты бөтөрә, аш һеңдереүҙе яҡшырта, күтәренкелек хисе уята. Дауалау үҙенсәлегенә эйә үҫемлектәр араһында сәй иң маҡтаулы урындарҙың береһен алып тора.
► Әгәр арыһағыҙ, башығыҙ ауыртһа, дарыу йоторға ашыҡмағыҙ, бер сынаяҡ ҡуйы сәй эсеп ҡуйығыҙ.
► Әгәр өшөһәгеҙ, бер сынаяҡ сәй һеҙҙе йылытып ҡына ҡалмаҫ, һалҡын тейеүҙән дә, зарарлы микробтарҙан да һаҡлар.
► Хатта күҙ ауыртҡанда уны яңы бешерелгән йылы сәй менән йыуһаң, файҙаһы тейә.
► Бөтнөклө сәй йөрәк эшсәнлеген яҡшырта, баш ауыртыуын да бөтөрә.
► Һалҡын тейгәндә, төрлө үләндәрҙән ҡушып яһалған сәйҙәр ҙә бик файҙалы.
Сәй тураһында 5 ялған
Халыҡ араһында әлеге тәбиғәт бүләге тураһында дөрөҫлөккә тура килмәгән бик күп уйҙырмалар йөрөй. Уларҙы һеҙ ҙә белеп ҡуйығыҙ.
1. Ҡуйы ҡара сәй, йәшел сәйгә ҡарағанда, күберәк хәл индерә.
Киреһенсә, йәшел сәйҙә кофеин күберәк була. Ул ҡан йөрөшөн яҡшырта, ҡан тамырҙарын киңәйтә.
2. Кисәге сәй организм өсөн "ағыу" ул.
Ағыу түгел, бары тик уның файҙаһы ғына әҙерәк. Сәйҙе бешереп бер сәғәт үткәс, хуш еҫе осоп бөтә, әскелт, тәмһеҙ тәм барлыҡҡа килә. Ләкин сәйҙең антисептик үҙенсәлеге һаҡланып ҡала.
3. Пакетлы сәйҙәрҙе сәй туҙанынан, йәғни етештереү ҡалдыҡтарынан яһайҙар.
Сәй туҙанын бешереү мөмкин эш түгел, ул бик еңел, бешерһәң болғансыҡ ҡатнашма барлыҡҡа килә. Пакетҡа тултыраһы сәйҙе бик ыуаҡлап турайҙар, шулай эшләгәндә ул тиҙерәк бешә.
4. Ҡара һәм йәшел сәй төрлө сорт ҡыуаҡтарҙа үҫә.
Сәйҙең тегеһе лә, быныһы ла хатта бер үк ботаҡта үҫергә мөмкин. Уның төҫө япраҡтарҙы киптереү һәм ферментациялау ысулына бәйле. Ҡара сәйҙе юғары температуралы мейестәрҙә ҡыҙҙырыу ысулы менән яһайҙар.
5. Әгәр ҡуйы сәйҙе күп эсһәң, наркомандарҙыҡы кеүек бәйлелек барлыҡҡа килә.
Яҡшы, дөрөҫ бешергән сәйҙең бер ниндәй зыяны ла юк.
Сәй ағасының бейеклеге 8-9 метрға етә, ә культуралаштырғанда, осон киҫеп торғанға күрә, ул бер метр оҙонлоғондағы ҡыуаҡ шикелле була. Сәй өсөн уның япраҡтарын йылына ике тапҡыр: апрелдә һәм августа өҙәләр. Сәйҙең иң яҡшы сорты асылып етмәгән һәм аҡ төктәр менән ҡапланған япраҡтарҙан алына.