Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Декабрь 2020, 16:33

Улар иғтибарға, ихтирамға лайыҡ

Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры Ғәйсәр АҪЫЛҒУЖИНды Ватан геройҙары көнө менән ҡотланы.

Ватан геройҙары көнө сағыштырмаса яңы байрам. Был иҫтәлекле дата 2007 йылдан башлап Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә. Әммә уның тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. 1769 йылдың 9 декабрендә Екатерина II тарафынан Изге Георгий ордены, йәғни иң юғары хәрби награда булдырыла.
Илгиз Сафый улы Ғәйсәр Бәхтигәрәй улын ҡотлап, Башҡортостандың Рәсәй алдында һәр саҡ үҙенең геройҙары менән дан тотоуын билдәләп китте һәм: “Һеҙ Белорет металлургия комбинатында 47 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Хеҙмәт ветераны. Шул осорҙа I, II, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары менән бүләкләндегеҙ. Был наградалар Хеҙмәт геройына тиң. Һеҙҙе белореттар исеменән байрамығыҙ менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ, имен тормош теләйем”, - тине.
Ватан геройҙары көнөн билдәләү, батырҙарҙы тәбрикләү бик мөһим һәм кәрәкле сара. Сөнки Ғәйсәр Аҫылғужин кеүек намыҫлы хеҙмәт юлы үткәндәр йәш быуын өсөн өлгө булып торалар. Киләсәктә яу ҡаһармандарын түгел, ә тап ошондай хеҙмәт батырҙарын ғына тәбрикләргә яҙһын.
Читайте нас: