Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2020, 12:00

Йыһан ритмында

Яңы йыл кисендә туйғансы бейей, йырлай, музыка тыңлай алабыҙ. Ә бына Яңы йылды ниндәй музыка тыңлап ҡаршыларға? Ниндәй көй кемдең күңеленә хуш килә? Йондоҙнамә нимә әйтә икән? Ә ниңә йондоҙнамә, тиерһегеҙ. Боронғо Египетта һәр планетаның үҙ көйө була, ул шул көйгә әйләнә, тип ышанғандар. Һәр йондоҙлоҡтоң үҙ планетаһы - ҡурсалаусыһы булғас, байрам репертуары ла һәр кемдең үҙенә күрә икән.

Ҡуҙы. Ритмлы музыка - уның стихияһы. 80-се йылдар хиты күңелен асыр. Патриотик йырҙар ыңғай энергия бирер. Рәхәтләнеп бейегеҙ ҙә бейегеҙ.
Буға. Оҙон, боронғо, мәжлес көйҙәрен, йырҙарын ярата икән. Йәштәргә лә оҡшар, Лепс шлягеры кеүектәр бигерәк тә.
Игеҙәктәр иң яңы музыка, рэп, Земфира, Адель, Стингты - иҫтәре китеп тыңлайҙар. Хатта сәләмәтлек өсөн дә файҙаһы бар, тиҙәр.
Ҡыҫала автор йырҙарын үҙ итә. Элекке, хәҙерге романстар, йәки кроссоверҙар - бәхет витамины. Николай Басков йәки Андреа Бочелли - һеҙҙең өсөн.
Арыҫланға операны оҡшамаһа ла, билдәле тенорҙар Марио Ланц, Паваротти, Нетребконы тыңларға кәрәк. Улар һеҙгә Яңы йылда уңыш бүләк итер.
Ҡыҙ. Эстрада көйҙәрен, бигерәк тә Пугачева, «Песняры», «Цветы», башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары йырҙарын тыңлап кинәнегеҙ. Ағай-әсәйҙәрегеҙ ҙә ҡыуанып тыңлар.
Үлсәү стихияһы - джаз. Ололарҙы йәшлегенә алып ҡайтыр. Дюк Эллингтон, Чарли Паркер һәм башҡалар - һеҙҙеке.
Саян. Рок музыкаһы - һеҙҙеке. Йәнегеҙ теләгәндәрен һайлағыҙ, йылға етерлек энергия алырһығыҙ.
Уҡсы милли музыка ҡоралдарына иҙерәй. Бигерәк тә тибет барабаны, шотланд волынкаһы, башҡорт ҡурайы, ҡумыҙы, рус балалайкаһы Уҡсының йөрәген иретә, хатта күңеленә яҡын яңы дуҫтар табырға ярҙам итә икән.
Кәзәмөгөҙгә бөтә көйҙәр ҙә бара. Яҡындарығыҙға ниндәй көйҙәр оҡшай, шуларҙы рәхәтләнеп тыңлай алаһығыҙ.
Һыуғояр Яңы йыл төнөндә итальян эстрадаһы йырсыларын тыңлар, ахырыһы. «АББА», Дима Билан, башҡорт эстрадаһы йырсылары йырҙары күңелле кисә бүләк итер. Эйе, Челентано һәм Эрос Рамаццотти, рэпер Махмуд һәм Пупо...
Балыҡҡа Бах орган әҫәрҙәрен, Шопен, Шуман, Чайковскийҙы иҫенә төшөрөргә тура килер. «Щелкунчик», Вивальди көйҙәре кәйефен күтәрер.
Селин Диондың йырҙары ла күңелегеҙгә хуш килер.
Читайте нас: