Яңы йыл байрамын салют, фейерверктарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Сәғәт уҡтары 12-не һуғыу менән тирә-яҡты яҡтыртып һауала төрлө төҫтәге уттар балҡый. Магазиндарҙа байрам яҡынлаша башлау менән был тауар һатылған урындан кеше өҙөлмәй. Пиротехниканы нисек һайларға һәм уларҙы ҡулланғанда ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә икәнлеге хаҡында күҙәтеү эшмәкәрлеге органы начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры Илшат САТТАРОВ һѳйләне:
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары осоронда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар тураһында”ғы ҡарарына ярашлы 25 ноябрҙән 10 ғинуарға тиклем “Яңы йыл” профилактик операцияһы бара. Ошо йәһәттән һеҙҙе пиротехник тауарҙарҙы һатып алғанда, уларҙы ҡулланғанда тейешле ҡағиҙәләрҙе, хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә саҡырабыҙ.
Тәү сиратта, әлеге тауарҙарҙы һатыу хоҡуғына эйә булған, уларҙың дөрөҫ һаҡланыуын тәьмин иткән магазиндарҙан ғына (павильон йәки киоскыларҙан) алығыҙ, уларҙың сертификацияланған булыуына иғтибар итегеҙ. Пиротехник әйберҙәр менән ваҡлап сауҙа итеү урындарында уларҙы эксплуатациялау ҡағиҙәләре теүәл үтәлергә тейеш. Эшкә яраҡһыҙ продукцияны айырым урында һаҡлау зарур. Шулай уҡ уларҙы башҡа тауарҙар менән бер урында һаҡлау тыйыла. Сауҙа бинаһы 25 кв. метрҙан кәм булмаҫҡа, тауарҙың брутто ауырлығы 100 килонан артмаҫҡа тейеш. Һаҡлау һәм һатыу урыны 25 кв. метрҙан артҡан осраҡта 1200 килограмға тиклем һаҡларға мөмкин.
Пиротехниканы бинала, шартлау йәки янғын сығыу хәүефе булған урында, тимер юл һыҙаты ситендә, нефть һәм газ үткәргестәр, юғары вольтлы электр линияһы эргәһендә, бина ҡыйығында, балконда, лоджияла, бинаның сығып торған урынында, сәхнә, стадион һәм башҡа спорт майҙансыҡтарында ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Митинг, демонстрациялар һәм пикеттар үткәрелгән ваҡытта, айырыуса әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекттары биләмәһендә, иҫтәлекле урындарҙа, зыяратта, ҡурсаулыҡта, заказникта һәм милли парктарҙа ла уларҙы шартлатырға ярамай.
Байрам ваҡытында күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн өйҙә бенгаль уттарын һәм башҡа шартлаусы хлопушкаларҙы ҡулланмағыҙ; электр гирляндалары заводта етештерелгән һәм төҙөк булһын; шыршыға шәм ҡуймағыҙ һәм уны тиҙ тоҡаныусан материалдан эшләнгән уйынсыҡтар менән биҙәмәгеҙ; балаларға пиротехника менән ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ; өйҙә ҡуйылған шыршының энәләрен ваҡытында йыйып алып тороғоҙ, сөнки кипкән шыршы энәләре көкөрт кеүек; торлаҡ йорттарға, тиҙ генә янып китә торған предметтарға, ағаслыҡтарға 30 метрға яҡын ерҙә салют атмағыҙ; пиротехниканы кеҫәлә йөрөтмәгеҙ. Фитилде тоҡандырғанда биткә яҡын килтерергә һәм янып торған фейерверкка яҡын килергә, ракета һәм фейерверктарҙы көслө ел ваҡытында, кешеләргә төбәп һәм автомобиль эргәһендә тоҡандырырға, петардаларҙы аяҡ аҫтына бәрергә, пиротехниканы тоҡандырғанда тәмәке тартырға ярамай!
Пиротехника менән ҡулланыр алдынан инструкцияһын иғтибар менән уҡып сығып, унда күрһәтелгән барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәһәгеҙ, байрам кәйефе боҙолмаҫ!
Рәсимә СӘЛИХОВА яҙып алды.