Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Декабрь 2020, 14:25

Бишек - ҙур донъяға ишек

Бишек йыры... Ҡәҙерле кешебеҙҙең талғын ғына һуҙған бишек йырҙарын бәләкәйҙән тыңлап үҫәбеҙ. Ул беҙҙе ғүмер буйы оҙата килә. Әсәй-өләсәйҙәрҙең сәңгелдәк йырҙарында үҫһәк, һуңынан уны балаларыбыҙ тыңлап үҫә. Моңло ла, мәғәнәүи лә бишек йырҙары ҙур ҡөҙрәткә эйә. Бала күңеленә тирәйүндәгеләргә ҡарата һөйөү ҙә бәләкәйҙән тыңлап үҫкән бишек йырҙары аша һалына. Бигерәк тә әсә башҡарыуындағы сәңгелдәк йыры уның күңеленә шифалы тәьҫир итә. Бишек йыры баланы йоҡлатыу өсөн генә түгел, ә сабыйҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тәрбиәүи йәһәттән дә файҙаланылған. Баланың һаулығы, ҡылыҡтары, холҡо ла әсәһенең уға ниндәй бишек йыры башҡарыуына бәйле. Әсә бишек йырҙары аша балаһына туған теленең наҙын, көйҙәрҙең моңон еткерә.

Республика “Тамыр” телеканалы һәм “Әсә йөрәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡорт теле йылына арнап, “Бишек - ҙур донъяға ишек” проектын иғлан итте. Онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын яңынан тергеҙеп, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткереп, туған телебеҙҙе артабан да үҫтереү йәһәтенән атҡарылған матур башланғыс республиканың дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантына башҡарылды. Бәйге “Бишек эшләү оҫтаһы”, “Бала башҡарған бишек йыры” һәм “Бала һәм оло кеше башҡарған бишек йыры” номинациялары буйынса барҙы. Бөтәһе 106 эш ҡабул ителеп, финалға 16 башҡарыусы һәм 8 бишек эшләү оҫтаһы сыҡты.
“Бишек - ҙур донъяға ишек” тәүге республика конкурсында “Бала башҡарған бишек” йыры номинацияһында еңеү яулаған Гөлиә Динисламова Инйәрҙең 2-се мәктәбендә уҡый. Тырыш ҡыҙ алтынсы йыл инде Инйәр сәнғәт мәктәбенең вокал бүлегендә шөғөлләнә, “Ҡолонсаҡ” өлгөлө балалар театры һәүәҫкәре. Театр етәксеһе Сәғилә Мырҙағәлина йырлы ролдәрҙе тыныс, шул уҡ ваҡытта оялсан Гөлиәгә биреп яңылышмай. “Тамыр” телеканалы бишек йырҙарын башҡарыу буйынса конкурс иғлан ителеү менән Сәғилә Сөләймән ҡыҙы Гөлиәнең бәйгелә үҙен һынап ҡарау ниәтен еткерә. Онлайн-конкурстың тәүге турына видеояҙма ебәрелә. Башҡортостан юлдаш телеканалының балалар каналы хеҙмәткәрҙәре - Ләйсән Солтанғолова, Гөлназ Ишемғолова апайҙары ла оҙаҡ көттөрмәй, Инйәргә юллана. Гөлиә тураһында тапшырыу әҙерләнә.
- Бишек йырын тыңлап үҫкән балалар, тыуған моңдарҙы сәңгелдәктән үк бала күңеленә һеңдергән әсәйатайҙар, өләсәй-олатайҙар, педагогтар тәүгегә үткәрелгән республика проектында дәртләнеп ҡатнашты. Балаларына, уҡыусыларына бишек йырҙарын өйрәттеләр. Конкурс иғлан ителеү менән ниңәлер Гөлиәне күҙ уңында тотоп, уға мөрәжәғәт иттем. Инйәр төбәгендә йырланған бишек йырын һайланыҡ. Тыныс, баҫалҡы, моңло тауышлы ҡыҙҙың еңеү яулауына ышаныс ҙур ине. Республиканың төп каналы Гөлиә тураһында тапшырыу әҙерләне. Тапшырыуҙы әҙерләүҙә Инйәр район мәҙәниәт йорто мөдире Элина Ғафарова ла ярҙам итте. Сәңгелдәктән туған телендә йыр-моң ишетеп үҫкән балалар, әлбиттә, рухлы булып үҫә. Проект онотолоп барған матур йолабыҙға яңы һулыш бирҙе. Бик матур конкурс. Сәңгелдәк йырҙарын балаларға бәләкәйҙән һеңдерергә кәрәк. Халыҡ йырҙарын да бәпес янында ултырып көйләгәндә генә, уны яратып үҫә һәм туған теленә ихтирам арта. Башҡорт халыҡ йырҙарын бәләкәйҙән ишетеп үҫкән балала ғына халыҡ моңдарына һөйөү тәрбиәләнә, - ти Сәғилә Сөләймән ҡыҙы уҡыусыһы тураһында.
Сәнғәт мәктәбендә йыр һабаҡтары биргән Дилара Рәдиф ҡыҙы ла тәрбиәләнеүсеһе тураһында йылы фекерҙә. Әле уҡытыусыһы менән халыҡ йырҙарын өйрәнә башлаған моңло ҡыҙ. Тимәк, тәүге еңеүенән сирҡаныс алған тырыш ҡыҙҙың ҡаҙаныштары алда әле.
Гөлиә баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарға тәмле бәлешен дә бешергән. Аш-һыу рецептарын Интернеттан ҡарап, үҙе өйрәнгән. Гөлиә менән яҡындан танышыу ниәте менән уның социаль селтәрҙәге сәхифәһе диуарын байҡағанда ла, ҡыҙҙың башҡа тиҫтерҙәре кеүек түгел, ә аш-һыуға өҫтөнләк биргәненә инанаһың. Әсәһен һәм Зөлфиә апайын, туғандарын тәмле ризыҡтары менән һыйларға ярата Гөлиә.
10 декабрҙә баш ҡалабыҙҙың “Башҡортостан” дәүләт концерт залында бер нисә ай дауамында барған конкурстың Гала-концерты үтте, еңеүселәр бүләкләнде. Гөлиә Динисламова ла остаздары, әсәһе менән баш ҡалаға саҡырыу алды. Байрам кисәһе лә йылы мөхиттә бер тынала үтеп китте. Еңеүселәрҙе Каринэ Хәбирова һәм республикабыҙҙың башҡа билдәле кешеләре ҡотланы.
Балалар - донъя көҙгөһө. Йортоғоҙҙоң йәме булып түрегеҙҙе сәңгелдәк биҙәһен. Шул бишектә бәүелеп, моңло йырҙар тыңлап, атайәсәй, яҡындары һөйөүенә ҡойоноп ҡына үҫкән сабыйҙың киләсәге лә ышаныслы. Башҡортостаныбыҙҙа Башҡорт теле йылында тормошҡа ашырылған “Бишек” проекты тарихта үҙ урынын алып, артабан да конкурста ҡатнашырға теләүселәр күп булыр, әммә беренсе “Бишек” республика конкурсының еңеүселәре һәр ваҡыт төп урынды алып торор.
Бишек - ҙур донъяға ишек. Балаларыбыҙға донъя ишектәрен асайыҡ, рухтарын нығытайыҡ.
Читайте нас: