Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ғинуар 2021, 13:20

Иң ѳлгѳр почтальон!

Ошо йылға гәзиткә яҙҙырыу кампанияһы барышында “Урал” гәзите редакцияһы почтальондарҙы дәртләндереү маҡсатында конкурс иғлан иткәйне. Беҙ аҙна һайын уларҙың эшен күҙәтеп, кемдең күпме яҙҙырғанын гәзиттә таблица формаһында биреп барҙыҡ. Шулай итеп...

Ошо йылға гәзиткә яҙҙырыу кампанияһы барышында “Урал” гәзите редакцияһы почтальондарҙы дәртләндереү маҡсатында конкурс иғлан иткәйне. Беҙ аҙна һайын уларҙың эшен күҙәтеп, кемдең күпме яҙҙырғанын гәзиттә таблица формаһында биреп барҙыҡ. Шулай итеп, гәзитебеҙгә иң күп яҙҙырған почтальон Ҡаһарман ауылынан Илзиә БАЙЫМОВА (һүрәттә) булып сыҡты. Уға мөхәрририәт тарафынан бүләк тапшырыла. Ҡотлайбыҙ!
Илзиә Зариф ҡыҙы почтальон булып 2017 йылдан бирле эшләй. Ҡарямғыр яуһынмы, ғөмүмән, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, өйҙән-өйгә гәзит-журналдарҙы, хат, квитанцияларҙы үҙ ваҡытында тарата. Бынан тыш, ауылда социаль хеҙмәткәр ҙә булып эшләй егәрле ханым. Бөгөнгө көндә ул ике баланы һәм ун оло кешене ҡарай, хужалыҡта һәм йорт эштәрендә ярҙамлаша, йомоштарын, үтенестәрен үтәй. Бер юлы ике эштә эшләүҙән тыш, өйҙә яҡшы хужабикә һәм әсәй ҙә ул. Әүжәндәге “Газпром” компанияһына йөрөп эшләгән тормош иптәше Фәнзил Шамил улы менән ике бала үҫтерәләр. Өлкән ҡыҙҙары Розалина Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһында VII класта уҡып йөрөһә, кеселәре Әдилә Ҡаһарман мәктәбенең IV класында белем ала. Икеһе лә тик “яҡшы” билдәләргә генә өлгәшә.
“Ауылда гәзит-журналдар алдырғандар күп кенә. Мәҫәлән, Биктимер Ғәлин, Рәйсә һәм Фәнзилә Хәйруллиналар, Вадим Моратшин, Нажия Байымова, Нәфисә Шакирова, Рима һәм Гүзәл Мусиналар, Сәүиә һәм Гөлсөм Ирғәлиналар, Рәфидә Ғәзизова һәм башҡалар. Әлбиттә, элекке ише һәр өйҙә лә алдырып уҡыһалар һәйбәт булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Интернет, телевизор кешенең ваҡытлы матбуғатҡа иғтибарын кәметә. Пандемия мәлендә “Урал”дың файҙаһы ҙур булғандыр, тип уйлайым. Халыҡ бер-береһе менән аралаша алмағанда, гәзит аша район-ҡала яңылыҡтары менән танышып торҙо. Гәзит бер аҙ һуңлай ҡалһа, борсолоп шылтыраттылар.
Ауылда хәҙер күпселекте оло йәштәгеләр тәшкил итә, гәзитте лә күбеһенсә улар алдырып уҡый. Шуға күрә, “Урал”- да “Иман” рубрикаһы йышыраҡ сыҡһа, бик яҡшы булыр ине. Унда башҡалар ҙа үҙҙәренең кәңәштәре, фекерҙәре менән уртаҡлашһындар.
Районыбыҙҙың берҙән бер башҡорт гәзите менән киләсәктә лә бергә булайыҡ, “Урал” дан айырылмайыҡ! Ә мөхәрририәт хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем. Яңы Үгеҙ йылында бөтәһе лә сәләмәт булһын, тажзәхмәт беҙҙе тиҙерәк ташлап китһен!”, - тине Илзиә Байымова.
Эйе, уҙып барған йыл ҡатмарлы булды. Быны һәр өлкәлә эшләгән һәр кем татыны, һәр беребеҙҙең эшләгән эшендә үҙгәрештәр булды, ауырлыҡтар, мәшәҡәттәр өҫтәлде. Ошондай ваҡытта халыҡты рухи аҙыҡтан - гәзит-журналдарҙан айырмаған, уларға яҙҙырырға өгөтләгән, иңдәренә ҡуйылған бурысты тырышып атҡарған почтальондарыбыҙҙың һәр ҡайһыһы хуплауға лайыҡ!
Шулай уҡ Инйәрҙән Светлана Степанованы ла билдәләп үтәбеҙ. Инйәр тѳбәге почта бүлексәләре араһында "Урал" ға иң күп яҙҙыртҡан почтальон Светлана Александровна булып сыҡты. Редакция уңған почтальонды ҡотлап, бүләкләп үтергә булды. Яңы йыл шулай мѳғжизәләргә бай бит ул!
Читайте нас: