3 ғинуар - Ҡышҡы уйындар көнөндә Аҙналыла Әзекәй ауыл биләмәһенә ҡараған дүрт ауыл саңғысылары, мәргәндәре, ат һөйөүселәре араһында шаулап-гөрләп спорт саралары үтте. Урындағы үҙидаралыҡ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған спорт сараһында мәктәп, балалар баҡсалары учреждениелары, Аҙналы депутаттары, ауыл халҡы, ҡунаҡтар әүҙем ҡатнашты.
Билдәләнгән ваҡытҡа Ҡыш бабай (Наил Хәмзин) һәм Ҡарһылыу (Гөлшан Ғәйфуллина) оҙатыуында муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин кашауай санаға егелгән аттарҙа елдереп килеп тә етте. Ҡунаҡтарҙы Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева ҡаршы алып, спорт байрамын башлап ебәрҙе.
- 2020 йыл - Рәсәйҙә Дан һәм хәтер, республикала Зауыҡлы биләмәләр һәм Башҡорт теле йылы исемдәре аҫтында үтте. 2021 йыл - Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы. Бөгөнгө сара ла нәҡ ошо йылға бағышланған байрамдарҙың беренсеһе. Матур саралар менән башланып киткән 2021 йыл уңышлы үтеп китһен. Ғаиләләре менән ҡатнашҡан саралар, ярыштар һуңғыһы булмаһын. Һау булайыҡ, байрамыбыҙ мөбәрәк булһын! - тине Илгиз Сафый улы йыйылыусыларға мөрәжәғәтендә.
Әзекәй ауылы хакимиәте башлығы Нажия Динислам ҡыҙы ла яңы йылды актив сәләмәт тормош алып барыуҙан башлап ебәреп, артабан да дауам итергә өндәне. “Бөгөнгө спорт сараһынан береһе лә ситтә тороп ҡалманы, хакимиәттең барлыҡ ауылдары ла әүҙем ҡатнашырға теләк белдерҙе. Күләмле саңғы ярышы традицияға әйләнеп, артабан да дауам итер. Ҡышҡы уйындар Ҡоҙғон-Әхмәрҙә йыл да үтә һәм күп кенә тамашасыны йыя. Бындай саралар артабан да хакимиәт кимәләндә үтер тип ышанам. Берҙәм булайыҡ. Берҙәмлектә - көс. Спорт саралары йышыраҡ булһын, сәләмәт тормош алып барайыҡ, эскелеккә юл ҡуймайыҡ”, - тине Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы.
Ҡышҡы уйындарға аҙналылар әүҙем йыйылды, Ҡоҙғон-Әхмәр, Боғанаҡ, Әзекәй саңғысылары ла оҙаҡ көттөрмәне. Берәүҙәр трасса менән таныша, икенселәр күнекмәләр үткәрә, өсөнсөләр ауыл уңғандары әҙерләгән эҫе сәй эсеп йылына, тәмлекәстәренән ауыҙ итә. Төп судья Сынтимер Лоҡманов, ярҙамсылары Хәнә Ғәлимова, Айҙар Лоҡманов спортсыларҙы теркәй. Саңғы турнирында ҡатнашырға 47 спортсы теләк белдерҙе. Иң йәшенә 8 йәш булһа, иң оло ҡатнашыусы иһә 75 йәштә ине. Саңғы ярышы йәш категориялары буйынса барҙы. Спорт сараһында бигерәк тә балаларҙың, уҡыусыларҙың һәм йәштәрҙең ҡатнашыуы ҡыуаныслы.
Ярыштарға старт бирелде, көйәрмәндәр ҙә саңғысыларҙы дәртләндереп торҙо. Йәш категорияларына ҡарап, саңғысылар 500 метрға һәм 1 саҡрымға йүгерҙе. Барыһы ла беренселеккә сығырға тырышты. Тик етеҙерәктәргә генә уңыш йылмайҙы. Әзекәйҙән Айназ Мәғәфүров, Рәзиф Мәғәфүров, Фирүзә Ғибәҙәтова, Боғанаҡтан Илназ Хәсәнов, Аҙналынан Фирғәт Мөхәмәтйәнов, Люба Мальцева, Азалия Сафуанова, Мотаһар Йәғәфәров, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Тимур Шәйәхмәтов, Юныс Фәтҡуллин үҙ категорияларында I урындарҙы яуланы. Пьедесталдың II баҫҡысын Аҙналынан Нияз Мөхәмәтйәнов, Марат Ситдиҡов, Әлфиә Мотаһарова, Боғанаҡтан Арслан Әбдрәхимов, Ҡаҙыштан Азалия Мөхәмәҙиева, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Алмаз Малыбаев, Илмир Сәлимов, Әзекәйҙән Рузилә Ғибәҙәтова алды. III урындарҙа - Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Вилиә һәм Резеда Абдуллиналар, Эдуард Зәбиров, Аҙналынан Ғәйсәр Лоҡманов, Боғанаҡтан Максуджан Хәкимов, Алишер Юнысов. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ булды.
Әзекәй ауыл биләмәһендә бер сара ла ат сабышһыҙ үтмәйҙер. Был юлы ла шулай булды. Саңғысыларҙы кашауай саналарға егелгән аттар алыштырҙы. Буран уйнатып аттар уҡтай алға ынтылды. Оҫта һыбайлылар бер-береһенә ал бирмәй, һәр береһе алға сығырға тырышты. Бигерәк тә ауылдаштар Илмир Сәлимов һәм Эдуард Зәбиров араһында уҙыш көсөргәнешле барҙы. Шулай ҙа “Буян” шәберәк булып сыҡты: беренсе булып килеп хужаһын еңеүсе итте, үҙе дуғалы булды. Әйткәндәй, “Буян” төрлө кимәлдәге сабыштарҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, хәҙер ул Интернет геройы ла. Уның ҡупшы таҫмалар тағып, гармун көйөнә бейеүен хәҙер күптәр белә. Һөҙөмтәлә, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Эдуард Зәбиров - I, Илмир Сәлимов - II, Аҙналынан Рузил Абдрахимов - III урындарҙа.
Ҡыш, һалҡын тип тормай, йыйылыусылар мәргәнлеккә уҡ аттылар. Илнур Әхмәтшин ойошторған уҡ атыу турнирында ла ҡатнашырға теләүселәр күп булды. Шулай ҙа, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Ғәзизә Әхмәтшина, ир-аттарҙан Хәлил Суфиянов һәм балаларҙан Илгизәр Лоҡманов иң мәргәндәре булды. Балалар өсөн дә Ҡышҡы уйындар мауыҡтырғыс үтте. Апайҙары Лениза Лоҡманова, Гөлсинә Ғарипова улар өсөн дә төрлө уйындар әҙерләгән ине. Балалар төрлө уйындар уйнап кинәнде.
Ҡышҡы уйындар йыр-моң, уйын-көлкө, күңелле ял итеүҙәр менән үтеп китте. Айгиз Сәйетов, Алик Юлышев, Илнур Әхмәтшин йыр-моң менән сәхнә түрен биҙәне. Спорт сараһын лайыҡлы үткәреп ебәреүҙә ауыл халҡы ярҙам ҡулы һуҙҙы. Күмәк көс менән сәй табыны мул өҫтәл әҙерләнде. Быйылғы йылдың тәүге спорт сараһы күңелле, берҙәм көс менән үтеп китте. Алда әле яңынан-яңы мауыҡтырғыс саралар. Сәләмәтлек кенә булһын!