Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ғинуар 2021, 14:05

Яңы йылды - яңы фатирҙа

Етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам күрһәтеү дәүләтебеҙҙең мөҡәддәс бурысы булып тора. Башҡортостанда уларҙың торлаҡҡа хоҡуҡтарын яҡлау буйынса күп кенә эштәр алып барыла. Был мәсьәлә республика етәкселегенең шәхси күҙәтеүе аҫтында.

Яңы йыл байрамы алдынан муниципаль район хакимиәтендә хакимиәт башлығы Андрей Иванюта Рәис Мансуровҡа (һүрәттә) фатир асҡысын тапшырып: “Хәҙер инде алдағы тормошоңдо яйға һалыу өсөн нигеҙең бар. Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, аҡыллы балалар үҫтереп, бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын”, - тине.
Рәис Рәшид улың Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт университетының ҡалалағы филиалында “Электроэнергетика” бүлегенең II курсында белем ала. Фатир алыуға сиратта биш йыл
торған.
- Фатир Твердышев урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә. Уның торошон алдан ҡарап сыҡҡайным. Яҡшы ремонт, йәшәү өсөн барлыҡ коммуникациялар, приборҙар бар. Ниһайәт, үҙ мөйөшөм булды. Хәҙер миңә ҡуртымға бирелгән
фатирҙар буйлап йөрөйһө түгел. Был көндө ҡыуанып көтөп алдым һәм үҙемә Яңы йыл бүләге итеп ҡабул иттем, - ти ул.
Әйткәндәй, “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы 159-сы Федераль законға ярашлы, 2012 йылдан алып бөгөнгәсә хакимиәт тарафынан шундай категорияға ҡараған граждандарға 150 торлаҡ бирелгән. Әлеге ваҡытта 228 кеше сиратта тора.
Читайте нас: