►Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы:
Һәр йыл, һәр көн, һәр минут беҙгә Хоҙай тарафынан ниндәйҙер шатлыҡтар яуҙыра, юлыбыҙға кәртәләр ҡуя, һынауҙар сығара. Ошо солғанышта һин үҙеңде нисек тотоп ҡалырһың - барыһы ла рухи көсөңдән, аҡылыңдан тора, бахыр булып ҡалырһыңмы, батыр булып баҫырһыңмы?! Аяҡ баҫҡан өр-яңы йылымды гелән ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алам, ваҡыт еткәс, уны риза булып оҙатам. 59 йылым да мине үгәйһетмәне, балаларым, ейәнсәрҙәрем менән йәй буйы тәбиғәт ҡосағында ял иттек, рәхәтләнеп һыу индек, еләк-емеш йыйҙыҡ. Улар менән үҙем бала сағыма яңынан ҡайттым. Яңы тауҙарға артылдыҡ, яңы йылға-күлдәр буйын иңләнек. Ейәнсәрҙәрем менән бәпембәгә арналған китапсыҡ төҙөнөк. Улар һүрәт төшөрҙөләр, мин шиғырҙар яҙҙым. Тиҙҙән ҡулға аласаҡбыҙ.
Яһаған һәр аҙымыбыҙ, һәр һулышыбыҙ өсөн Хоҙайыбыҙға рәхмәтле булайыҡ! Уның тәҡдире арҡаһында ҡояш нурынан һөйөләбеҙ, йондоҙ яҡтыһын күрәбеҙ, ҡош моңдарын ишетәбеҙ... “Аллаға шөкөр!”, тип йәшәһәк ине. Сабый йылымды ла оло өмөттәр бағлап ҡаршы алам. Хуш киләһең, минең йылым! Барлыҡ уй-ниәттәрем тормошҡа ашһын, берүк борсолдорма! Үгеҙ кеүек эшләйек, мөгөҙҙәр сәкәштермәйек!
►Гөлназ БАЙРАМҒӘЛИНА, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы:
2020 йыл минең өсөн һөйөнөстәргә лә, көйөнөстәргә лә бай булды. Сысҡан йылы һаулығыбыҙға, яҡындарыбыҙға, атай-әсәйҙәребеҙгә иғтибарлыраҡ булырға өйрәтте. Апрель айында мәктәптәр дистанцион уҡытыуға күсерелгәс, төрлө онлайн платформаларҙа эшләү алымдарын үҙләштерҙек. Уҡыусыларым йыл дауамында районҡала, республика кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яуланы. Ҡыҙым Гөлсиә үҙенең эҙләнеү эштәре менән Өфөлә, Мәскәүҙә уңыштарға өлгәшеп ҡыуандырҙы. Рөстәм улым да гимназияла тик яҡшы билдәләргә уҡый. Алдыма яңы маҡсаттар ҡуйып, изге ниәттәрҙә Үгеҙ йылына аяҡ баҫам. Киләһе йылда төрлө афәттәр урап үтһен. Шатлыҡлы хәбәрҙәр, ҡыуаныслы миҙгелдәр күберәк булһын! Ғаиләмә, туғандарыма, ғөмүмән, бөтәһенә лә сәләмәтлек теләйем.
►Рәил ИШМӨХӘМӘТОВ, “ФЭЙХОН” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе:
Тормошома, киләсәгемә һәр саҡ ниәттәр, бурыс-маҡсаттар ҡуйып йәшәргә тырышам. Был бигерәк тә эшкә, ғаиләгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә. Үҙемдең күҙәтеүем буйынса, 12 йыл һайын тормошомда ныҡлы үҙгәрештәр була. Был юлы ла шулай килеп сыҡты. 2020 йылда ҡалалағы ҙур ғына предприятиеға етәкселек итеүемә 12 йыл булып киткән. Предприятие ҙур, үҙе сығарған продукцияларын тѳрлѳ илдәргә һата, үҙ бурыстарын үтәй, эш хаҡы ла яҡшы. Эш буйынса сит илдәргә командировкаларға күп йѳрѳлдѳ. Бигерәк тә Ҡытайға. Эшемдән ризамын, сѳнки эш күп. Шулай ҙа тормошомда үҙгәрештәр булыр һымаҡ тип кѳтѳп, уйланып йѳрѳнѳм. Тап шулай булып сыҡты ла. 2019 йылдың аҙағында Ҡытайға командировкаға барғас, ҙур бер компанияға алып барҙылар. Быға тиклем шул компания менән бик ҡыҙыҡһынып, Интернеттан күҙәтеп бара инем. Шунда мине алып йѳрѳгән ҡытай коллегаларым рәсәйҙә предприятие асырға йыйыныуҙары һәм предприятиеға етәкселек итер ѳсѳн конкурс иғлан итеүҙәре тураһында әйттеләр. Бының ѳсѳн конкурста ҡатнашып, предприятиены үҫтереү буйынса бизнес-план менән еңеп сығырға кәрәк. Бер нисә ай бизнес-план төҙөүгә китте. Ѳлгѳрҙѳм. Ҡатнаштым. Еңдем. Әлбиттә, ныҡлап уйланым. Үҙем эшләгән предприятиела 12 йыл эсендә иҡтисад бүлеге начальнигынан завод директорына тиклем үрләгәс, бик уйландырҙы. 2020 йылдың март айында шулай ҙа ныҡлы ҡарарға килдем. Коллектив, кешеләр менән айырылышыуы бик ауыр булды. Улар ҙа шаңҡып ҡалды. 2020 йылдың март айында, тап тыуған кѳнѳмдә яңы урында эш башланым. Пандемия башланып китеүе минең эшемә ҡамасау яһаманы. Яңы эшкә күсеүемә ҡыуанам. Серле 12 минең тормошома һәр саҡ яҡшы үҙгәрештәр индерә. 2020- гә бик рәхмәтлемен. 2021 йыл да бик яҡшы булыр тип тойомлайым. Сѳнки йондоҙлоҡ буйынса минең йыл бит ул! Ә мин эшләргә, яңылыҡҡа, үҫешкә һәр саҡ әҙер. Яңы йыл менән һеҙҙе, милләттәштәр!
►Нәйлә ҒАТАУЛЛИНА, “Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәге бухгалтеры:
Сысҡан йылы бөтә илгә бик күп “сюрприз”дар килтерһә лә, ғаиләбеҙ өсөн яҡшы ғына булды. Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәтбеҙ. Уҙған йылда кескәй генә шатлыҡтарға ихлас ҡыуанырға, яҡындарыбыҙға ҡарата үтә лә ихтирамлы булырға кәрәклеген аңланыҡ, һәр яңы тыуған көнгә рәхмәт әйтергә өйрәндек. Киләһе йыл - Үгеҙ йылы беҙҙең ғаилә өсөн бик мөһим йыл. Сөнки ғаиләлә мин, тормош иптәшем Наил һәм өлкән улым Альберт ошо йылда тыуғанбыҙ. Йылдың имен үтеренә, тик изге хәбәрҙәр генә ишетелеренә өмөт итәбеҙ.
Барыһын да Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар теләйбеҙ!
►Алина СӨЛӘЙМӘНОВА, Боғанаҡ ауылы ҡыҙы:
Сысҡан йылы барыбыҙ өсөн дә ауыр йыл булды. Беҙгә бөтөнләй ят, бығаса таныш булмаған һынауҙар аша үтергә тура килде. Шулай ҙа, пандемияға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә. Уҙған йылға Өфө дәүләт авиация университетын уңышлы тамамлап, яңы, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫыуым, яҡындарымдың һәм туғандарымдың һәр саҡ янымда, имен һәм шат булыуҙары өсөн рәхмәт әйтәм. Үҙ йылымды быйыл студент түгел, ә Өфөнөң оборона предприятиеһында инженер технолог булараҡ ҡаршы алам. Үгеҙ йылының һынатмаҫына, яҡшыраҡ, бәхетлерәк һәм уңышлыраҡ булырына, ауырлыҡтар алып килмәүенә өмөтләнәм. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, яҡындарығыҙға ихтирамлыраҡ, иғтибарлыраҡ булығыҙ һәм һәр
ваҡыт был тормошта тик үҙеңә генә таянырға кәрәк икәнлеген онотмағыҙ!
Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән!
►Нәркизә КАШАПОВА, лицей-интернаттың VI класс уҡыусыһы:
Мин лицей-интернатта I кластан алып уҡыйым. Уҡыу йортонда ойошторолған барлыҡ түңәрәктәргә лә тиерлек йөрөйөм. Бигерәк тә бейеү, вокал, һүрәт төшөрөү һәм тегеү серҙәре түңәрәктәре оҡшай.
Уҡыуҙа ла һынатмайым, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм. Йыл да “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр, шиғыр ятлау буйынса конкурстарҙа ҡатнашам. Әйткәндәй, “Урал батыр” эпосының 800 юлын яттан беләм. Былтыр мин “Тыуған ергә 100 аҙым” конкурсында - III, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана ойошторған “Йомаҡтар сисеү” конкурсында I урынды яуланым. Буш ваҡытымда башҡорт, рус телендәге әҙәби китаптарҙы уҡыйым һәм инглиз телен өйрәнәм. Инглиз телен өйрәнеүҙе бик кәрәкле тип һанайым һәм киләсәктә Англия менән Франция илдәренә сәйәхәт итергә хыялланам.
Киләһе йылда ла төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, еңеүҙәр яуларға уйлайым. Барыһына ла йыл уңышлы булһын!
►Айтуған ТАҺИРОВ, лицей-интернаттың VI класс уҡыусыһы:
Уҙған йылда тик “4” һәм “5” билдәләренә генә белем алдым. Киләсәктә тағы ла нығыраҡ тырышып уҡырға, төрлө конкурстарҙа үҙемде һынап ҡарарға уйлайым. Гагарин кубогы буйынса ойошторолған олимпиадаларҙа, “Золотое руно” конкурсында даими ҡатнашам. Буш ваҡытымда саңғы, коньки шыуырға, велосипедта йөрөргә яратам. Ял көндәрендә, Мөхәмәткә ҡайтҡанымда, атай-әсәйемә йорт эштәрендә ярҙамлашам. Халыҡтың “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәлендәгеләй, һәр эште белеп үҫергә, өйрәнергә тырышам.
Киләһе Үгеҙ йылында ла яҡшы уҡырға, спорт менән мауығырға, яңы шөғөл табырға уйлайым. Киләсәктә үҙ эшемде асырға, сәйәхәт итергә хыялланам.
Барыһын да Яңы йыл менән ҡотлайым! Үгеҙ йылында тыуғандарҙың теләктәрен Рәсимә СӘЛИХОВА яҙып алды.