Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2021, 12:35

Әсәлек менән балалыҡ һағында

Белорет район-ара перинаталь үҙәгенең бала табыу һәм гинекология бүлектәре лә үҙ эштәрен бер генә сәғәткә, минутҡа ла туҡтатып тора алмай.

Бөтә ил буйлап пандемия ҡағылмаған бер генә өлкә лә ҡалмағандыр. Һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт, хеҙмәтләндереү, белем һәм тәрбиә биреү өлкәһе булһынмы - һәр береһе ошо афәткә нисек тә бирешмәҫкә, хәленсә көрәшеп, һаҡланып, алдарына ҡуйған маҡсаттан тайпылмай эшләргә тырышты. Бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләгәндәрҙең артҡа сигенеү, йәғни “тайм-аут”
алыу мөмкинлеге булманы.
Белорет район-ара перинаталь үҙәгенең бала табыу һәм гинекология бүлектәре лә үҙ эштәрен бер генә сәғәткә, минутҡа ла туҡтатып тора алмай. Ошо һәммәбеҙ өсөн дә ауыр булған йылды нисек уҙғарыуҙарын белер өсөн перинаталь үҙәк етәксеһе Фәнил Фаил улы Латиповҡа мөрәжәғәт иттек.
- 2020 йыл һәммәбеҙҙе лә тетрәнергә, борсолорға, хатта юғалтыуҙар кисерергә мәжбүр итте. Беҙгә бала табырға килгән 5 ҡатынды Өфөгә ебәрергә тура килде, сөнки пневмония ваҡытында үпкә шешеп бала ятҡылығына баҫым яһай. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең 60 проценты төрлө стадияла ошо сирҙе үткәрҙе. Әммә беҙ ниндәй генә ауыр хәлдә лә алғы һыҙыҡта ҡалырға тейешбеҙ. Быйылдан беҙҙең эшебеҙ икеләтә артты тиһәң дә була, сөнки пандемия сәбәпле, Учалынан, Сибайҙан ҡатын-ҡыҙҙарҙы бала табырға, операцияларға беҙгә ебәрә башланылар. Ошо яуыз сир таралыуға ҡарамаҫтан, 1 824 бала яҡты донъяға тыуҙы, йәғни 1919 йылға ҡарағанда 220 балаға күберәк. Беҙҙең ике бүлектә лә үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалған оҫта ҡуллы табиптар, медсестралар эшләй. Бала табыу бүлегендә эшләгәндәр һәр ваҡыт иғтибар, ихтирам һәм рәхмәткә ҡойоноп эшләйҙәр. Шуға ла бөгөн айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен гинекология бүлегендә эшләгәндәргә еткерге килә.
Тотороҡло, берҙәм коллективта 30-35 йыл эшләгәндәр бихисап. Әйтеп үтеүемсә, иң ауыр операциялар беҙҙә эшләнә. Гинекология бүлеге мөдире Инна Александровна Турлышова бик татыу һәм берҙәм коллектив туплауға иреште. Ул оҙаҡ йылдар дауамында туплаған эш тәжрибәһен ихлас рәүештә йәштәр менән бүлешә. Тиҫтә йылдан ашыу ҡатмарлы
операциялар эшләгән врачакушер-гинеколог Ринат Рәшит улы Ғәлләмов хәҙер инде үҙе ҙур тәжрибә туплаған, абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған белгес.
Анестезиолог Надежда Васильевна Гнедкова, өлкән медсестра Любовь Викторовна Бурдова, 30-35 йыл эшләгән медсестралар Светлана Юрьевна Ғимранова, Нурия Нөғәмән ҡыҙы Исхаҡова, Ғәйшә Усман ҡыҙы Мостафина, Сәғиҙә Фәйзрахман ҡыҙы Хәсәнова, Екатерина Александровна Лыгина, процедуралар кабинеты медсестраһы Фәриҙә Ҡунаҡбай ҡыҙы Ағзамова, операциялар яһау бүлеге медсестраһы Любовь Владимировна Копытова үҙ эштәренең оҫталарына әүерелгән бик яуаплы хеҙмәткәрҙәр. Йәш медсестралар Зилара Нурғәли ҡыҙы Сабирова, Гүзәл Ришат ҡыҙы Хөсәйенова, Марина Ивановна Федотова ла уларға тиңләшергә, өлгө алырға тырыша.
Эйе, ике бүлектә лә һәр хеҙмәткәр мөһим һәм кәрәкле. Гинекология бүлегендә эшләгән санитаркалар Ғәйшә Язар ҡыҙы Мостафина менән Әнүзә Рәшит ҡыҙы Йосопова тураһында ла тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә тура килде.
- Гинекология бүлегенә ауыр хәлдә тиҙ ярҙам машинаһы менән Асҡарҙан килтерҙеләр. Шәмбе көн булыуға ҡарамаҫтан, ярты сәғәт эсендә мине ҡарап, операция эшләп тә ҡуйҙылар. Табиптар бында килеп етеүемде ниндәйҙер мөғжизәгә тиңләнеләр. Ике көн тигәндә аяғыма ла баҫтым. Табиптарҙың мөғжизәле ҡулдарына, медсестраларҙың кешелекле һәм кеселекле, яғымлы, иғтибарлы булыуҙарына сикһеҙ рәхмәтлемен, хатта санитаркалар йылы һүҙҙәре, хәстәрлекле булыуҙары менән тиҙерәк һауығып сығырға ярҙам иттеләр. Үҙеңә ҡарата шундай ҡараш тойоуҙан ауыртыныуҙар ҙа, борсолоуҙар ҙа юҡҡа сыға. Етмәһә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бөтә ерҙә лә Яңы йыл атмосфераһы булдырғандар. Ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, гинекология бүлеге хеҙмәткәрҙәренә Үгеҙ йылының уңыштарға, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булыуын, барлыҡ өмөттәренең аҡланыуын теләйем, - ти Гөлдәр Әҙелмырҙина.
Беҙ ҙә ошо һүҙҙәргә һәм Фәнил Фаил улы Латиповтың изге теләктәренә ҡушылып, перинаталь үҙәктең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: гинекология бүлеге табиптары, медсестралары.
Читайте нас: