Мысыр, Һиндостан һәм Ҡытайҙа төҫтәр терапияһы, айырым бер фән булып, 1877 йылда уҡ үҫеш алған. Белгестәр, төҫтәр ауырыуҙы, эмоциональ халәтте тулыһынса дауалай, ти. Әммә төҫтәр файҙа килтерһен өсөн кеше төҫтәрҙе тәрән ҡабул итергә тейеш. Беҙ иһә кейемде күҙҙәргә, сәстәргә тура килтереп кенә һайлайбыҙ. Ҡайһы ваҡыт “һин бөгөн насар күренәһең, был төҫ һиңә килешмәй” тигәнде ишетергә лә тура килә. Сөнки төҫтәр беҙҙең халәтебеҙҙе лә күрһәтеп тора. Шуға күрә, кейем һайлағанда, уның төҫөнөң уңай тәьҫир итеүе, энергияны арттырыуы бик әһәмиәтле.
Төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолоу өсөн, күп осраҡта ҡыҙыл, һары, зәңгәр төҫтәргә өҫтөнлөк бирәләр, ҡыҙғылт һары төҫтө, шәмәхә һәм йәшел төҫтәрҙе лә ҡулланалар.
Ҡыҙыл төҫ йылытыу үҙсәнлегенә эйә, ул йөрәкте һәм ҡан әйләнеше системаһын нығыта, бауыр эшсәнлеген активлаштыра. Был төҫтөң тағы бер өҫтөнлөгө бар - ул үҙ-үҙеңә булған ышанысты һәм лидерлык сифаттарын арттыра. Шуныһын белеү мөһим: ҡыҙыл төҫтәге кейемдәрҙе юғары ҡан баҫымлы, агрессиялы, үҙ-үҙен ҡулда тота белмәй торған кешеләргә кейергә кәңәш ителмәй.
Һары төҫ кәйефте күтәрә. Ул аҡыл эшсәнлегенә һәм нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, талаҡты тынысландыра, бауыр менән проблемалар булғанда ярҙамға килә. Ҡыҙғылт һары төҫ үпкәләрҙе дауалай, депрессиялар ваҡытында, аппетит булмағанда булыша.
Зәңгәр төҫ организмды һыуыта, шуға күрә уны юғары температура ваҡытында һәм тән бешкәндә ҡулланалар. Зәңгәр төҫ баш ауыртҡанда ла ярҙамға килә.
Йәшел төҫ нервыларҙы тынысландыра һәм арығанлыҡты бөтөрә. Шуға күрә ул стресҡа ҡаршы иң яҡшы сара булып тора.