Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ғинуар 2021, 14:00

Йондоҙҙар беҙгә нимә вәғәҙә итә?

Астрологтар әйтеүенсә, беҙ Һыуғояр эраһында йәшәй башланыҡ. Ул 200 йыл дауам итә икән. Күптәребеҙ йондоҙҙар фаразына ышанмаһа ла, йылдағыса һәр йондоҙлоҡ өсөн кәңәштәргә иғтибар итәбеҙ.

Ҡуҙы (21 март - 20 апрель). Тәүге ярты йылда күберәк йөрөгөҙ, танышлыҡтар булдырығыҙ, аралашығыҙ. Икенсе яртыһында тирә-йүндәгеләрегеҙгә иғтибарлыраҡ булырға тура килер, күңелһеҙ хәлдәргә тарыуығыҙ бар. Аҡсағыҙҙы юҡҡа-бушҡа туҙҙырмағыҙ. Ни генә килеп тыуһа ла, ышаныслы дуҫтарығыҙға таянығыҙ. Август-сентябрҙә тау аҡтарырлыҡ эштәр эшләп ташларһығыҙ, моғайын. Былай ҙа йыл буйы эш тип янырһығыҙ. Туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ, күршеләрегеҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ яҡшы. Быға тиклем кем менәндер үпкәләшеп йөрөгән булһағыҙ - ярашығыҙ. Таныш булмаған кешеләргә сер һөйләмәгеҙ, һаҡ булығыҙ. Уҡығандар - уңыр.
Алыҫ юлға сәйәхәткә сығып әйләнеүегеҙ ихтимал. Әгәр яңы өй һатып алырға, йә икенсе урынға күсенергә уйлаһағыҙ, ашыҡмағыҙ, алдан план ҡормағыҙ. Һәр нәмә үҙ яйы менән барһын. Юғиһә, ярыҡ ялғашҡа ҡарап ҡалыуығыҙ бар.
Ангина, ларингит кеүек тамаҡ ауырыуҙары хәүефе бар. Тештәрегеҙ, ҡалҡан биҙегеҙ торошона иғтибарлы булығыҙ.
Эшегеҙҙә үрләп китеү өсөн мөмкинлектәрегеҙ бар. Дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ хуплап торор.
Мөхәббәт өлкәһендә - тыныслыҡ. Яҙмыш һеҙҙе күп тапҡырҙар һынап, ныҡлығығыҙҙы тикшерҙе бит. Инде аяҡ салыусылар булмаҫ. Яңғыҙаҡтар июнь, июлдә ишен табып, ошо айҙа никах уҡытып, август-сентябрҙә туй ҙа яһап ҡуйырҙар.
Бәләкәс Ҡуҙылар бик иртә һөйләшә башлар. Тик шуныһы: уйынсыҡтарын ҡыҙғанып, башҡа уҫаллыҡтарын күрһәтеп алырҙар. Балағыҙ менән дуҫлыҡ, һаранлыҡ хаҡында әңгәмәләшеп алырға тура килер. Китап, мультик ҡарарға әүәҫләнерҙәр.
Астролог кәңәше. Йышыраҡ дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ менән ҡала ситендә ял итергә сығығыҙ. Улар, тәбиғәт һеҙгә йәшәү энергияһы бирер. 2021 йыл “Һәр көн берәй яңылыҡ” тигән принцип менән йәшәргә өйрәтер. Сит тел өйрәнегеҙ, прическа, макияжығыҙҙы үҙгәртегеҙ.
Буға (21 апрель - 21 май). Еңел булмаған йыл, әммә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, һәр нәмәне лә мәлендә хәл итегеҙ. Эш урынығыҙҙа тәртип булһа, ҡалғандары еңеп сығырҙай. Ҡапыл ғына өҙә һуҡмай, уйлап, аҡыл менән эшләргә кәңәш итә йондоҙҙар.
Күктән ергә төшөргә ваҡыттыр. Инде тынысланып, өйөлөп киткән йорт мәшәҡәттәре менән дә булышыр мәл етте. Аш-һыуығыҙ сифатына иғтибар итегеҙ. Июнь-июлдә өйөгөҙгә ремонт яһау өсөн ҡулай. Ғинуар-февралдә бер кем менән дә конфликтҡа инмәҫкә тырышығыҙ.
Сәләмәтлегегеҙгә иғтибарҙы көсәйтергә ваҡыт. Быуындар, умыртҡа һөйәгегеҙ, тире ауырыуҙары, матдәләр алмашыныуы кеүек сирҙәрҙе аҙҙыра күрмәгеҙ.
Коллегаларығыҙ, етәксегеҙ артында йәшеренеп ултырыу етер, күптән инде үҙаллы эшләргә ваҡыт. Бының өсөн тәжрибәгеҙ ҙә, белемегеҙ ҙә етерлек. Үрләп тә китеүегеҙ ихтимал. Парлылар, йылдағыса, һәүетемсә ғүмер кисерер, әгәр үҙегеҙ генә тулап алмаһағыҙ. Парһыҙҙарға йыл уртаһында юл асылыр.
Бәләкәс Буғалар холҡон күрһәтеп, тиҫкәреләнеп, үҙһүҙлеләнеп алыр. Түҙәһегеҙ инде, күберәк эргәһендә булырға тырышығыҙ. Өлкән класта уҡығандар, студенттар эшкә урынлашыу теләге белдерер. Тик аҡсаларын һаҡ тотонһондар.
Астролог кәңәше. Буға комфорт, өйөндә йәм булдырыуҙы ярата. Өйөнә һәр саҡ ҡиммәтле ароматизаторҙар, постель кәрәк-яраҡтары, фарфор кружкалар алырға ынтыла, шуларҙан күңелен күтәрә. Уға ижадында уңыш, йәшәү энергияһын күтәреү өсөн һул ҡулына сәғәт, беләҙек, бармаҡтарына йөҙөк тағып йөрөү кәңәш ителә.
Тулыһынса гәзитебеҙҙең 2-3-сө һандарында уҡығыҙ.
Читайте нас: