Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ғинуар 2021, 11:55

Боҙ "ҡайнатып" күңел астыҡ

Ҡаланың “Юность” стадионында “Ҡайнар боҙ” яңы йыл бейеү флешмобы үтте.

Хәҙер инде традицияға әйләнгән, өсөнсө тапҡыр уҙғарылған сараны муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта асып, барыһын да сәләмләгәндән һуң, дәртле көйҙәр аҫтында боҙҙа бейеү башланды. Түңәрәк буйлап Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Ҡар бөртөктәре (ҡаланың 16-сы мәктәбе уҡыусылары, етәкселәре Ангелина Кучкина) (һүрәттә) конькиҙа шыуҙы. Унан һуң барыһы ла театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһын ҡараны. Костюмдар парадынан һуң иң оҙон тере сылбыр эшләнде. Был көндө флешмобҡа йыйылыусылар ялҡынлы шоуҙы ла (Ольга һәм Сергей Андрияновтарҙан) ҡарап кинәнде. Күңелле, дәрт һәм көс өләшкән байрам салют менән тамамланды.
“Ҡайнар боҙ” флешмобында ҡаланың ДОСААФ автомәктәбенең һәм “Металлург”аҙыҡ-түлек менән идара итеү компанияһының кухняһы эшләне, теләгәндәр эҫе сәй, йылы бутҡа ашап көс тупланы.
Марина САВЕЛЬЕВА, “көмөш” ирекмән, ойоштороусы:
- Флешмобты ойоштороу идеяһы өс йыл элек барлыҡҡа килде. Үҙем дә, балаларым да ошо стадионда конькиҙа шыуып үҫтек. Егерме йыл конькиға баҫмағандан һуң, ейәндәрем ҡайтанан алып килгәс, беҙ үҫкәндә бындай матур майҙансыҡ булмауы уйландырҙы һәм үҙемдең класташтарымды, йәштәштәремде ейән-ейәнсәрҙәре менән ошонда күрергә теләнем. Байрамды беренсе тапҡыр уҙғарғанда уҡ конькиһыҙ ҙа, конькиҙа ла, төрлө костюмдар кейгән олоһо ла, кесеһе лә күпләп килде һәм унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта ғына бара.
Сәләмәт тормош алып барыуҙы, ғаилә менән ял итеүҙе популярлаштырыу сараһын юғары кимәлдә үткәргәндәре ѳсѳн стадион директоры Гөлнара Бабыкинаға, өлкән тренер Владислав Киселевҡа, диджей Михаил Котовҡа, ҡала Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренә, “Металлург” аҙыҡ-түлек менән идара итеү компанияһына, ДОСААФ автомәктәбенә, Андрияновтарҙың “Яңы ҡараш” ижади коллективына, “көмөш” ирекмәндәргә, 44-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәренә, финанс яғынан ярҙам күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар - Людмила Савельеваға, Наталья Йомағужинаға, Андрей Баженовҡа, “Аструм” сауҙа үҙәгенә рәхмәт белдерәм.
Читайте нас: