Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ғинуар 2021, 15:55

Ҡайнар ҡосағыңа алырға бер ҡасан да һуң түгел

Бөгөнгө көндә ҡосаҡлашырға яратҡан парҙарҙың үҙ байрамдары бар. Һәр йылдың 21 ғинуары бөтә донъя күләмендә Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө булараҡ билдәләп үтелә.Яҡын кеше менән күрешкәндә, уға рәхмәтебеҙҙе белдергәндә, ҡайғы йәки шатлығыбыҙҙы уртаҡлашҡанда, беҙ уны ҡосаҡлап алабыҙ.

“Кил, ҡосаҡлайым әле үҙеңде!” Был һүҙҙе ир-аттарға йышыраҡ ҡабатлау мәслихәт. Ҡосаҡлашыу, бер-береңә яратып һырыныуҙар көс һәм ҡеүәт биреп кенә ҡалмай, дауалайҙар ҙа икән. Күптән түгел ғалимдар шундай һөҙөмтә яһаған. Майами университеты ҡаршыһындағы эҙләнеүҙәр институты директоры Тиффани Филд үткәргән тәжрибәләр буйынса, бер-береһе менән ҡосаҡлашҡан парҙарҙа күңел төшөнкөлөгөн кәметкән гормондар күбәйгән, ҡан баҫымы төшөү, йөрәк эшсәнлеге яҡшырыу күҙәтелгән, ҡандағы гемоглобин күләме артҡан. Ә һуңғыһы иһә, иммунитеттың күтәрелеүенә һәм сәләмәтләнеүгә килтерә. Хатта шуға ҡәҙәр барып еткән, хәҙер Америка табиптары көнгә 4-5 тапҡыр ҡосаҡлашырға ҡушылған рецепттар ҙа яҙып бирә башлаған, ти.
Боронғо бабаларыбыҙ ҙа ҡосаҡлашыуҙың файҙаһын белгәндәр. Мәҫәлән, Альберт Энштейн эшләүҙән туҡтаған, арыған араларҙа янына ҡатынын саҡыра торған булған. Бер ни тиклем ваҡыт ҡосаҡлашып торғандан һуң, үҙенә көс кереүен һиҙеп, эшен дауам иткән. Ә детектив тарихтары менән дан ҡаҙанған Жорж Сименон төшөнкөлөккә бирелгән, эшкә ҡулы бармаған ваҡыттарҙа маникюр салондарына йөрөргә яратҡан. Тырнаҡтарының матурлығы борсомаған уны. Бары йәш маникюршаларҙың йомшаҡ ҡағылыуҙары кәйефен күтәреп ебәреүен йәшермәгән ул.
Хәҙер күбебеҙҙең ҡосаҡлашырға ваҡыты ла юҡ. Тыз-быз сабабыҙ, артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ... Һөҙөмтәлә бер-береңде наҙларға ваҡыт та ҡалмай. Ярай ҙа әле аралашырға телефон һәм компьютерҙар бар. Ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп, Сингапур ғалимы Джеймс Те “йыраҡтан ҡосаҡлашыу” өсөн костюм уйлап тапҡан. Был осраҡта ике кеше лә Интернет аша бер-береһен күрәләр һәм махсус жилет аша бер-береһенең ҡайнар ҡосаҡтарын тоялар икән. Тик әлегә был процесс бер яҡлы ғына. Шулай ҙа Сингапур ғалимдары борсолмай. Улар уйлауынса, был тауарға һорау күп буласаҡ. Мәҫәлән, эш буйынса йыраҡҡа китергә тура килгән атай-әсәйҙәргә сабыйҙарын ҡосағына алып тыныс йоҡо теләү йәиһә яҙмыш тарафынан айырылып, сит ерҙәрҙә йәшәргә мәжбүр булған ғашиҡтарға бер-береһенең йылыһын тойоу иң ҙур бәхет бит.
Ҡыҙғаныс, был донъяла бик һирәк булһа ла кем менәндер һүҙгә килешмәйсә, талашмайса йәшәп булмай. Бындай хәлдәрҙән һуң күңелдә ауыр тойғо ҡала. Шул ауырлыҡтан нисек ҡотолорға? Карнеги-Меллона университеты ғалимдары бының бик еңел юлын асыҡлаған.
Ғалимдар талашыуҙан һуң стресс кисергән туғандар һәм дуҫтар ҡосаҡлашһа, үҙҙәрен күпкә яҡшыраҡ хис итеүен асыҡлаған. Психологтар командаһы 404 кеше араһында тикшеренеү үткәргән. Сессия ваҡытында уларға төрлө темаларға бәхәсләшеү-талашыу рөхсәт ителгән. Бер парҙар бәхәсте ҡосаҡлашыу менән тамамлаған, икенселәре бер-береһенә аҡайып ҡараған. Тикшеренеүҙәр нәтижәһе беренсе парҙарҙың кәйефтәре яҡшы, үҙҙәренең оптимистик рухта булыуын һәм яҡшы хис итеүен күрһәткән.
Ҡосаҡлашыуҙар көнөн кем уйлап табыуы билдәһеҙ. Был сәйер байрам студенттар араһында барлыҡҡа килгән булырға тейеш, тип уйлай белгестәр. Унан әлеге көнгә нигеҙ һалыусы тип австралиец Хуан Манныны һанайҙар.
Тормошондағы иң ауыр көндәрҙең береһендә Хуан Сидней аэропортына килә. Уны бер кем дә ҡаршы алмай. Егет ситтән генә башҡаларҙы дуҫтары, туғандары, яҡындары көләс йөҙ менән ҡаршы алыуын, ҡосаҡлауын күҙәтә. Шунан ул картон битенә «Бушлай ҡосаҡлауҙар» тигән яҙыу яҙып урамға сығып баҫа. Башҡалар өсөн был күренеш сәйер тойолһа ла, һуңғараҡ уның янына бер ҡатын-ҡыҙ килеп үҙенең ҙур ҡайғылар кисереүен, яңғыҙ булыуы тураһында һөйләй. Шунда Хуан уны ҡосаҡлап ала. Ә ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу барлыҡҡа килә...
Европа йәштәре шул рәүешле дуҫтарына күңел йылыһы өләшергә ярата. Тради-ция буйынса яҡын кешеләрҙе генә түгел, ә ситтәрҙе лә ҡосаҡларға мөмкин. Был байрамға һәр кем ҡу-
шыла ала. Бушҡа шатлыҡ өләшеүҙән үҙе-геҙҙең дә кәйефегеҙ күтәрелеүен, ә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең тағын да йылына төшөүен һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ әле!
Байрам тип кенә түгел, һөйгәнеңде, ата-әсәйеңде, олатай-өләсәйҙәреңде ҡайнар ҡосағыңа алырға бер ҡасан да һуң түгел.
Читайте нас: