«Азат ҡатын» журналының 1962 йылдың декабрь айында баҫылған һанында «Һинең ауырлығың» исеме менән урынлаштырылған яҙма ла буйыңа ҡарап идеаль ауырлығыңды һанарға өйрәтә. Хәҙерге көн параметрҙары менән параллель үткәрһәк, үтә ҡыҙыҡлы сағыштырыу. Ул вакытта плюс, минус өс килограмм бер ниндәй әһәмиәткә эйә булмаған, ә бөгөнгө көндә беҙҙең кәйефте грамдар хәл итә.
«Үҙеңдең нормаль ауырлығыңды ҡайҙан белергә? Был һорауға бик күптәрҙең яуабы әҙер: буйыңдың оҙонлоғон ғына бел - шуның беренсе һанын һыҙаһың да, күпме ауырлыҡта булыр-
ға тейешлегең килеп сыға. Мәҫәлән, һин 150 сантиметр оҙонлоҡта икән, баштағы бер һанын алып ташлайһың да, 50 ҡала. Тимәк, һин 50 килограмм булырға тейешһең. Үҙҙәренең ауырлыҡтарын шулай иҫәпләүселәрҙең кәйефтәрен ҡырырға тура килә. Сөнки бындай иҫәп дөрөҫ түгел. Бер оҙонлоҡтағы кешеләрҙең тән төҙөлөшө, иңе, биле төрлөсә бит. Тимәк, уларҙың ауырлыҡтары бер төрлө булырға тейеш түгел.
Ғалимдар, организмдың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, балалар һәм өлкәндәрҙең нормаль ауырлыҡтарын күрһәткән таблица төҙөнө. Беҙ ана шул номограмманы урынлаштырҙыҡ. Унан нисек файҙаланырға һуң? Беренсе графанан буйығыҙҙы эҙләп табығыҙ, аҙаҡ шуны өсөнсө графалағы күкрәк үлсәменең оҙонлоғона һыҙыҡ менән тоташтырығыҙ. Уртанан һы-ҙыҡ үткән һан һеҙҙең ауырлығығыҙ була инде. Ләкин номограммала тәҡдим ителгән ауырлыҡ самағыҙға тура килмәй икән, борсолмағыҙ: ҡатын-ҡыҙ өс килограмға, ирҙәр 3,5 килограмға кәмерәк йәки артығыраҡ булыуҙан бер нәмә лә юғалтмай.