Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Февраль 2021, 18:00

Эшлекле сәфәр

Ҡалабыҙҙа эш сәфәре менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев булып китте.

Ул Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән профориентация эше үткәрҙе. Балалар күпселек һөнәр темаһына ҡағылышлы һорауҙар бирҙе, өлкән класс уҡыусылары мәктәпте тамамлағандан һуң имтихандар тапшырасаҡ юғары уҡыу йортон һайланы.
Унан һуң Зәки Арслан улы урындағы Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы һәм “Ҡуңыр буға” ижади берекмә ағзалары менән осрашты. Унда 2021 - Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу йылы булараҡ, туғандары, таныштары үҙҙәрен башҡа милләт кешеһе итеп яҙҙырмауҙарына иғтибар итергә саҡырҙы...
(Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең 10-сы һанында).
Читайте нас: