Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Февраль 2021, 17:30

Йәштәр дискуссияһы үтте

Муниципаль район хакимиәтендә тәүге тапҡыр йәштәрҙең “Гайдпарк” республика проекты буйынса дискуссияһы үтте.

Унда ҡаланың медицина, педагогия, металлургия, Башҡорт архитектуратөҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ, Башҡорт иҡтисад колледждарынан студенттар ҡаланың Йәштәрҙең ял үҙәге әҙерләгән һорауҙарға яуап бирҙе, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған
һорауҙарға белгестәрҙән яуап алды.
Белгестәр - ҡала хакимиәте башлығы Кирилл Егупов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алина Нәбиуллина, мәғариф бүлеге методисы Людмила Костригина студенттарҙың һәр һорауын иғтибар менән тыңланы, яуаптарҙы анализланы, мәсьәләләргә ҡарата үҙҙәренең фекерен белдерҙе.
(Мәҡәләнең тула варианты гәзиттең 10-сы һанында)
Читайте нас: