Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Февраль 2021, 16:50

Халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ!

Йәмәғәтселек Исмаҡай ауылынан сыҡҡан күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен биреүҙе күтәреп сыҡты.

Бөгөнгө көндә Интернет киңлектәрендә тарихи ғәҙеллек урынлаштарыу йәһәтенән ҡултамғалар йыйыу ҡыҙыу бара. Был эште журналист Баныу Ҡаһарманова башлап ебәрҙе. Яныбай Хаммат улы башҡорт әҙәбиәте тарихында тәүге пенталогияны ижад иткән. Яҡташыбыҙҙың егермегә яҡын роман, тиҫтәләгән повесть һәм хикәйәләре бар. Уның әҫәре нигеҙендә беренсе башҡорт телевизион фильмы төшөрөлгән.
Әлегә 250-нән ашыу электрон ҡултамға йыйылған. Халыҡ һөйөүен яулаған яҡташыбыҙға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен бирелеүенә һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерергә ашығыҙ.
Читайте нас: