2018 йылдан алып, уңайлы мөхит булдырыу йәһәтенән, түбәндәге проекттар тормошҡа ашырылды: 2018 йылда тағылмаһы һәм махсус ҡоролмаһы булған МТЗ 82.1 тракторы алынды. Йәйге һәм ҡышҡы миҙгелдә тап ошо техника ярҙамында юлдар тейешле кимәлдә тотола. 2019 йылда Өмөтбай ауылы Үҙәк урамының 1200 метр юлына капиталь ремонт эшләнһә, 2020 йылда Ботай зыяратының кәртәһе яңыртылды.
“Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” республика программаһы ауыл хакимиәттәре өсөн бик кәрәкле. Йылданйыл халыҡ был программала теләк менән ҡатнаша, сөнки уның һөҙөмтәһендә йомғаҡлау йыйылышында улар һайлаған проекттар тормошҡа ашырыла.
2021 йылда үткән йыйылыштарҙа Баҡый ауылындағы зыярат кәртәһен алмаштырыу, йәғни капиталь ремонт үткәреү күҙаллана. Йомғаҡлау йыйылышында тауыш биреү һѳҙѳмтәһендә был программала ҡатнашасаҡ проектты һайлайбыҙ.