Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Февраль 2021, 17:30

Тал һынлы тал илағанда, күңел тыныс ҡалырмы?

Яҙмыш ептәрен бер төйөнгә сырмаған аҡлы-ҡаралы тормоштоң бәндәләрҙе һынау, “ҡапшау” өсөн генә бирелеүенә бәғзе ваҡыт инанып та ҡуяһың. Юҡһа, пак вә зәғиф күңелдәрҙең үҙ-ара бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡаршылығы, яҡшылыҡ йә яманлыҡтың алмаш-тилмәш өҫтөнлөк итеүе, ике осраҡта ла еңеү ҡорбандар көҫәүе Ер шары әүәләнгәндән бирле өҙлөкһөҙ барыр инеме ни?..

...1943 йыл. Тотош ғаләмде ҡанһыратҡан һуғыш дәһшәте бә-ләкәй генә башҡорт ауылын да урап үтмәй. Аслыҡтан шешенер сиккә еткән балаларын үлем тырнағынан йолор өсөн выждан ға-
заптарына ҡалып, бә-ләкәй ҡапсыҡ менән бойҙай урлаған Ғәйниса ауыр хәлгә тарый. Шиксел, кенәсел күршеһе Сәрбиҙең ошағы арҡаһында уғрылыҡ тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә тейешле органдарға барып етә. Ләкин яҙмыш тигәнең хәйләле: Ғәйнисаны ике юл сатына баҫтырып, йәнә аяуһыҙ һынай - дәүләт милкенә ҡул һуҙған өсөн балаларын, ҡарт әсәһен ташлап төрмәгә олағырғамы, әллә хәбәрһеҙ юғалған ире Мусанан - ғүмерлек мөхәббәтенән, ваз кисеп, ирек, туҡ тормош вәғәҙәләгән колхоз рәйесе Һаҙыйға кейәүгә сығырғамы? Бисара ҡатын икенсе юлды һайлай...
Һуғыш тамам. Әсирлектән имен ҡотолоп, ауылға Муса ҡайта. Һатлыҡ йән мөһөрө өсөн күңел ғазаптарын кисергән яугирҙы йәнә бер оло тетрәнеү көтә...
Эйе, ниһан ғүмер уҙған, ә әҙәм яҙмыштарын пыран-заран килтергән һуғыш йөрәктәрҙән юйылырға уйламай ҙа.
Ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирә-мәл” башҡорт халыҡ театры тарафынан Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап ҡуйылған драма ла тамашасы күңеленең аҫтын өҫкә әйләндерҙе. Талантлы драматург Владимир Жеребцовтың Урал Ғәлиевтың “Йәшәйбеҙ әле” повесы буйынса сәхнәләш-
терелгән “Тау артында тал илай” спектакле яҙмыштарҙың ни ҡәҙәрем ҡатмарлы, михнәтле булыуын, йөрәк өҙгөс һуғыш касафаттарын, кеше өлөшөнә төшкән һынауҙарҙы нисек бар, шулай сағылдырыуға иреште.
Һәүәҫкәр актерҙарҙың күҙгә бәрелеп торған театраль пафостан ситен булып, хәл-ваҡиғаларҙы тәбиғилектән мәхрүм ҡылмауы - премьераның уңышы. Һәр артист шул осорҙоң фажиғәһен, кешеләрҙең кисерештәрен асыҡ тоҫмаллап, үҙенә тәғәйен ролде йөрәге аша үткәреп башҡарыуы менән тамашасы күңелен яуланы.
Тормош ҡанундарының ҡатылығын, әҙәмдәрҙең яуызлығын мөсһөҙ иңдәрендә татып, балаларының именлеге өсөн намыҫын, мөхәббәтен ҡорбан ҡылған, шуның менән йән әрнеткес ғәйепләүҙәргә, мыҫҡыллы көлөүҙәргә дусар Ғәйниса - Нәркәс Вәлиуллина, ҡыҙы менән кейәүе, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ут йотоп заманды ҡәһәрләгән Рабиға - Динә Шәйәхмәтова, көнсөллөктән ҡара янып, ян-яғына ағыу сәскән Сәрби - Гүзәл Ғәлиуллина драмалағы ҡатын-ҡыҙ образдарын һәләк оҫта асыуға өлгәштеләр. Әйткәндәй, тамаша залын зар илатҡан Ғәйнисаның (Нәркәс Вәлиуллина) эске конфликты гүзәл затҡа хас булмышты бар тулылығында сағылдырҙы.
Ир-ат характерҙарын юғары кимәлдә һынландырған талантлы һәүәҫкәрҙәр - төп героиняның һуғыш
өйөрмәһендә хәбәрһеҙ ғәйеп булған ире - Линар Сәйәхов (Муса), кеше һүҙенән ҡурҡып, ҡасандыр үҙе ғишыҡ тотҡан ҡатынды тентергә килгән милиция хеҙмәткәре - Азат Баҡыев (Морат), кеше ҡайғыһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, Ғәйнисаны көсләшеп кәләш итеп алған ауыл рәйесе - Наил Хәмзин (Һаҙый) драматизм менән һуғарылған ҡапма-ҡаршылыҡлы ролдәрҙе тәбиғи башҡарыуҙары менән тамашасы күңелен арбаны. Тәүге тап-
ҡыр етди постановкала сирҡаныс алған йәш актерҙар - Ғәйниса менән Мусаның мөхәббәт емештәре - Самира Хәйретдинова (Заря) менән Салауат Сәйәхов та (Урал) әҫәрҙең төп идеяһын төшөнөп, оҫта уйнауҙары менән һоҡландырҙы.
Йәшәү менән үлем, мөхәббәт менән нәфрәт, рухи һәм матди ҡиммәттәр кеүек мәңге йәнәш, конфликтлы төшөнсәләр уртаһында ҡамғаҡланған геройҙарҙың ахыр сиктә йәшәйештең асылын аңлап, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе иһә тормоштоң аҡ һыҙаты башланыуға ишара...
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 13-сө һанында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: