Абҙаҡ мәктәбенән Наилә Хилалова (28 кг. ауырлыҡта) - II, Азалия Абсадыева (36 кг. ауырлыҡта) - I, Алина Кәримова (45 кг. ауырлыҡта) II урындарҙы яуланы. Еңеүселәр миҙал, Грамота һәм аҡсалата бүләктәргә лайыҡ булды. Альфред Кәримов һәм Линар Әсфәнйәров (50 кг. ауырлыҡта), Иҙел Әҙелмырҙин (56 кг. ауырлыҡта) бындай ярыштарҙа тәүгә генә ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрен көслө, өмөтлө спортсы итеп күрһәтеп өлгөрҙөләр, тиҫтерҙәре менән аралашып, тәжрибә уртаҡлаштылар.
Спортсыларҙың яулаған юғары һөҙөмтәләренә, әлбиттә, ата-әсәләрҙең дә хеҙмәте һалынған. Азалия менән Линар Абҙаҡ мәктәбендә уҡымаһалар ҙа, 4-5 йыл буйына аҙнаһына өс тапҡыр Йәнекәйҙән Абҙаҡҡа Азамат Марат улы йөрөтә. Саҡмағошҡа барып, ярыштарҙа ҡатнашып ҡайтыуҙа ата-әсәләрҙең дә ярҙамы ҙур. Үҙ машиналарында алып барыуҙан тыш, юл хаҡын да үҙ өҫтәренә алды Регина һәм Фәнгил Кәримовтар, Йәнекәй ауылынан Зөлфиә һәм Азамат Абсадыевтар. Азамат Марат улы балаларҙы тағы ла “ҡанатландырып” ебәреү сараһын уйлап тапты. Спортсыларға келәмгә сыҡҡан һайын бүләк вәғәҙәләне. Еңеүсене бер ҡап һут көтә ине. Абсадыевтар өйҙән шешлектәр ҙә алып килгән булып сыҡты, балаларҙы кафела ашатып та сығарҙылар. Көрәшсе ҡыҙы өсөн генә түгел, барыһы өсөн “көйҙөләр”. Бар яҡлап та ярҙам күрһәткән ата-әсәләргә, Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина һәм Белорет спорт мәктәбе директоры Галина Рыжкинаға ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Артабан да шулай хеҙмәттәшлек итеп эшләргә яҙһын.
Яңыраҡ 2004-2006 йылғы үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Пермь крайының Барда ҡасабаһында үткән турнир яугир-афғансылар иҫтәләгенә арналды.
Абҙаҡ мәктәбенән турнирҙа өс көрәшсе ҡыҙ ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса I урынды 63 килограмм ауырлыҡ категорияһында Эльвина Ғәҙелшина, II урындарҙы Лилиә Ғәлиева (44 кг. ауырлыҡ) һәм Эвелина Йомағолова (+70 кг. Ауырлыҡ) алды. Шулай уҡ Эльвина Ғәҙелшина нормативтарҙы үтәп спорт мастерлығына кандидат булды. Ҡотлайбыҙ!