Егет булһа, егәрле булһын.
Егет булһа, мут булһын, ике күҙе ут булһын.
Егет булһа, мут булһын, мут булмаһа, юҡ булһын.
Аҡылһыҙ егет - ауыҙлыҡһыҙ ат.
Егет кешегә етмеш һөнәр күп түгел, күп булһа ла йөк түгел.
Егет һүҙе бер булыр.
Егет үҙ һүҙенә үҙе хужа.
Егет - һүҙенән, арыҫлан эҙенән ҡайтмаҫ.