Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Февраль 2021, 11:05

Көслө заттар хаҡында ҡыҙыҡлы факттар

► Өйләнмәгән егеттәрҙең күпселеге 27 йәшкә тиклем ата-әсәһе менән йәшәй.

► Егеттәрҙең күбеһе 25-30 йәштә өйләнергә кәрәк тип һанай, ысынында иһә иртәрәк ғаилә ҡора.
► Егеттәр ҡыҙҙарға ҡарағанда күпкә иғтибарлыраҡ.
► Ирҙәрҙең 50 проценты ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап һайлайым тип һөйләй, әммә барыһына ла төрлө типтағы ҡыҙҙар оҡшай.
► Интернет-магазиндарҙа күпселек яңғыҙ ир-егеттәр әйбер һатып ала.
► Өйләнмәгән егеттәрҙең 60 проценты үҙенең берҙән-берен табыу тураһында хыяллана.
► Ирҙәрҙең тормошонда 4-6 ҡыҙ булырға мөмкин, ә һеҙ уйлағанса 50-100 түгел.
► Ҡыҙ кеше беренсе булып аҙым яһаһа, ирҙәрҙең 62 процентының башы шатлыҡтан күккә тейәсәк.
► Ирҙәрҙе хисһеҙ йәндәр тип уйламағыҙ. Ысынында улар бик нескә күңелле.
► Күпселек ирҙәр өсөн йөҙ матурлығы идеаль фигураға ҡарағанда мөһимерәк.
► Ирҙәр смс яҙғансы шылтыратыуҙы ҡулайыраҡ күрә.
► Ирҙәрҙең 30 проценты элекке ҡыҙҙарының телефон номерын һаҡлай.
► Егеттәр интим мөнәсәбәттәре тураһында дуҫтары менән һөйләшергә яратмай.
► Яңғыҙ егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың нисбәте 12:10, йәғни ҡыҙҙарға үҙ мөхәббәттәрен табыу еңелерәк.
Читайте нас: