Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Февраль 2021, 13:55

Данға лайыҡ ир-аттар

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, кадрҙар һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Иван Лавренов запастағы яугирҙарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән берлектә Мәңгелек утҡа венок һәм сәскәләр һалды. Унан һуң барыһы ла ҡала Мәҙәниәт һарайына “Беҙ - илебеҙ армияһы!” тип исемләнгән байрам концертына ағылды.

Ҡотлау һүҙе менән Андрей Иванюта һәм һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Валерий Постников сығыш яһағандан һуң, тәбрикләү тантанаһы башланды.
Андрей Иванович үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә индергән күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән Александр Повираевты, Рәхмәт хаттары менән афған һуғышы ветерандарының “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Вениковты, афған һуғышы һәм хәрби травма алған инвалидтарҙың “Һуғыш инвалидтары” Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының “Батыр” республика ойошмаһы Белорет филиалы рәйесе Николай Ручкинды, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының “Граница” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сергей Саловты, “Дозор” запастағы яугир-разведчиктар ойошмаһы рәйесе Денис Валитовты, медицина колледжы директоры Азат Хамматовты, “Башҡортостан Республикаһының Урман янғындары үҙәге”нең “Белорет” 3 типтағы станцияһы тракторисы Рәшит Сафуановты, Белорет районы буйынса эске эштәр бүлегенең полиция уполномоченныйы, полиция лейтенанты Азат Ғәлимовты бүләкләне.
“Рәсәй сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары советы” составындағы Республикалағы запастағы сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының “Граница” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Почет грамоталары менән кинология хеҙмәтенең запастағы өлкән лейтенанты Радий Ғәйфуллин, ил сиге һаҡсылары ғәскәрҙәренең запастағы кесе сержанты Елена Горшенина, запастағы яугир-пограничниктарҙың урындағы йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Альберт Ғәтиәтуллин, ҡала Мәҙәниәт һарайы артисы Михаил Котов наградланды.
Байрам концертына килгән тамашасылар ҡала Мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр коллективтары һәм артистарының сығышын ҡарап кинәнде.
Читайте нас: