Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраль 2021, 19:00

Йоҡо алдынан ярамаҫ ине!

Беҙҙең аш һеңдереү системаһы көн ахырына табан активлығын һиҙелерлек кәметә. Шуға ла ул кисен хатта бик-бик файҙалы булған ризыҡты ла тейешенсә үҙләштерә алмай һәм беҙ ашҡаҙаныбыҙҙа ауырлыҡ һиҙәбеҙ.

Итте барыбыҙ ҙа ярата. Ләкин белгестәр уны киске ашҡа ҡулланырға кәңәш итмәй, сөнки һыйыр ите үҙләштерелһен өсөн 4-6 сәғәт ваҡыт кәрәк икән. Киске аш өсөн күркә, тауыҡ ите яҡшы.
Туңдырма. Уны яратмаған кем бар икән? Ләкин был десертҡа күп май һәм шәкәр өҫтәлә, шуға уны кис ашау йоҡоно ҡасыра һәм һимертә, ти белгестәр.
Брокколи һәм төҫлө кәбеҫтә иң шифалы ризыҡтарҙан һанала. Ләкин уларҙы үҙләштереү ҙә кисен организмға ауыр бирелә икән.
Кетчуп. Бик-бик яратһағыҙ ҙа, киске ашты унһыҙ ғына ашағыҙ, ти табиптар. Составында шәкәр күп булған кетчуп ҡанда шәкәр кимәлен күтәрә, һимереүгә килтерә.
Ҡара шоколад. Беҙ уны ла бик-бик файҙалы ризыҡ тип беләбеҙ. Ләкин уны етештереүселәрҙең барыбер ҙә шәкәр ҡушыуы тураһында онотмайыҡ.
Ҡара шоколадта шулай уҡ кешегә йоҡларға ҡамасаулыҡ иткән үҙенсәлекле аминокислота ла бар икән. Ҡыҫҡаһы, ҡара шоколадты көн дауамында аҙ-аҙлап ашағыҙ.
Читайте нас: