Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Февраль 2021, 13:02

Талантлы, таҫыл Урал бөркөттәре

23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләнек. Йола буйынса, был көндө ир-егеттәрҙе – Бөйөк Ватан һәм локаль һуғыштары ветерандарын, шинель кейеп, хәрби ант биргән йәш һалдаттарҙы, хатта ир сабыйҙарҙы ла дәүләт байрамы менән тәбрикләйбеҙ, сөнки уларҙың һәр береһендә Тыуған илен, яҡындарын һаҡлаусыны күрәбеҙ.

Байрам сараһының икенсе өлөшөндә ир-егеттәр араһында Ватанды һаҡлаусылар һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, “ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Урал бөркөтө” ярышы
үткәрелде. Ярышта Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Алик Юлышев менән Винарис Вәлиев, Әзекәйҙән Рифат Шәрәфетдинов, Аҙналынан Ғәйсәр Лоҡманов һәм Белореттан Фейсал Мөхәмәтйәнов ҡатнашты. Конкурсанттарҙы
мәртәбәле жюри - мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин, Башҡортостан Республикаһының Белорет районы буйынса 2-се суд участкаһының мировой судьяһы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Ринат Баймөхәмәтов, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге белгесе, запастағы майор Ринат Хафизов, афғансы Сергей Никитенко баһаланы.
Жюри ағзалары, оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, IV урындарҙы Фейсал Мөхәмәтйәновҡа һәм Винарис Вәлиевкә бирҙе. III урында - Алик Юлышев. II урынды лайыҡлы рәүештә Рифат Шәрәфетдинов яуланы. I урынға иһә, бөтә конкурстарҙа ла тиерлек алдынғылыҡты бирмәгән Ғәйсәр Лоҡманов (һүрәттә) лайыҡ булды. Еңеүселәргә Кубок, миҙал, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Бүләктәрҙе Динара Максимова, Айгөл Баййегетова, Ольга Исаева, Рифат Шәрәфетдинов әҙерләне. Ауыл хакимиәте депутаттары ла үҙ бүләктәре менән килгәйне. Миңлеғәле Шайморатов дивизияһында алышҡан олатайы вариҫын дауам итеүсе Илдар Ағзамов та конкурсанттарға пилоткалар бүләк итте. Ринат Баймөхәмәтов махсус бүләген тыл ветераны, ауыл аҡһаҡалы Лут Нуховҡа тапшырҙы.
Тулы материалды гәзиттең 17-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: