"Мин күп тапҡыр әйттем: кешеләр, аңлағыҙ, ҡәһүә йөрәк өсөн насар түгел. Уны сама белеп эскән кешеләрҙә йөрәк инфаркты ла, артериаль фибриллация ла әҙерәк. Әгәр теләһәгеҙ, ҡәһүә эсегеҙ", - тине ул.
Табип иҫкәртеүенсә, ҡәһүәне ғәҙәти ҡулланыу көнөнә ике-өс стакандан артырға тейеш түгел. Уның һүҙҙәре буйынса, бауыр ауырыуҙары булған кешеләр дүрт стакан эсә алалар, сөнки ҡәһүә был органға дауалау тәьҫире бирә. Бынан тыш, ҡәһүә Паркинсон һәм остеопороз кеүек ауырыуҙарҙы булдырмауҙа ыңғай йоғонто яһай, ракка ҡаршы тороу үҙенсәлектәренә лә эйә.