Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Март 2021, 09:19

Ассоциация - уңайлы бизнес майҙансығы

Барыһы ла 90-сы йылдарҙа башлана. Рәсәйҙә бизнес-процестар үҫеш алған мәл. Ул ваҡытта етәксе вазифаларҙы ир-аттар биләй, ә ҡатын-ҡыҙҙарға икенсе пландағы ролдәр йөкмәтелгән. Гүзәл заттарға эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлау өсөн дә, үҙ көсөнә ышанырлыҡ билдәле бер сәбәптәр кәрәк була.

Иҙел башында эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге йәмәғәт туҡланыуы, сауҙа, матурлыҡ, туризм, ял итеү, үҫеш үҙәктәре кеүек йүнәлештәрҙә үҙҙәрен һынап ҡараған һәм эштәрен уңышлы алып бара. Шулай ҙа тәжрибә туплар һәм уртаҡлашыр, эшҡыуарлыҡ нескәлектәренә төшөнөр, берләштерер ойошмаға мохтаж Белорет ҡатын-ҡыҙҙары. Актив тормош позицияһы алып барған, мәрхәмәтлек менән шөғөлләнгән, урындағы үҙидаралыҡ ойошторған сараларҙың уртаһында йөрөгән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ҡала һәм районда ошондай ойошманың кәрәклеген, башҡа төбәктәрҙә эшҡыуарҙарҙың бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәүен, башҡаларға аяҡ салмай, берҙәм, бергә эшләүен билдәләп китте. Шуға ла уларҙың Белоретта ассоциация вәкиллеге булдырыу теләге ғәжәпләнерлек түгел. Ошо көндәрҙә иһә “Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Белореттағы вәкиллеге асылды. Вәкиллекте рәсми асыу тантанаһында Рәсәй эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы вице-президенты, Башҡортостан Республикаһы эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы президенты, яҙыусы Алла Кузьмина һәм уның фекерҙәштәре ҡатнашты. Делегация ике көн дауамында ҡаланың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары етәкселек иткән учреждение-ойошмаларҙа - Альбина Юлина етәкселегендәге “Көнкүреш техникаһын ремонтлау”, Резеда Сайдарованың “Гүзәл” туҡымалар һәм тегеү салоны, Татьяна Егупованың “Мона Лиза” сәскәләр салонында, йәмәғәт туҡланыуы урындарында булып эшлекле ханымдар эшмәкәрлеге менән танышты. Муниципаль район хакимиәтендә үткән осрашыуҙа муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев бындай вәкиллектең кәрәклеген, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам, ассоциацияға булдыҡлы ағинәйҙәрҙе ылыҡтырыу, хакимиәт башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Андрей Гревцев мәғариф өлкәһендә гранттар билдәләү кеүек мәсьәләләргә ҡағылып китте. Осрашыуҙа республика ассоциацияһы етәксеһе Алла Александровна ла ойошмаға 13 йыл етәкселек итеүен, был йәһәттән ҙур тәжрибә туплауын әйтте.
Ассоциацияның Белореттағы филиалы етәксеһе Альбина Заһир ҡыҙы ла күптән ойошма ағзаһы булырға теләүен, етәксе булараҡ пландары, мәсьәләләре тураһында һөйләне.
Ҡунаҡтар Белорет картиналар галереяһында булып рәссам Наталья Савельеваның “Евразия сәскәләре” тигән күргәҙмәһе менән танышты. Сара “Бар күңелдән” программаһы менән “Металлург” кинотеатрында дауам итте. Гүзәл заттар алдында ҡала Советы рәйесе, эшҡыуар Данис Йыһаншин, эшҡыуар Сергей Хәкимов, эшҡыуар, депутат Андрей Баженов сығыш яһаны. Осрашыу йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Тулы материалды гәзиттең 21-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: