Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Март 2021, 11:00

Ижадҡа дәрт алып

Коронавирус эпидемияһы менән бәйле сикләүҙәр арҡаһында әҙәби осрашыуҙар, кисәләр үткәреү мөмкинлеге оҙаҡ ҡына булманы...

Шул иҫәптән урындағы Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһының да, даими рәүештә үткәрелеп килгән фекер алышыуҙар, ойошма ағзаларының әҫәрҙәрен, шиғырҙарын тикшереүҙәр һәм отчет йыйылыштары ла бер аҙға туҡталып торҙо. Интернет аша ғына бәйләнештән арыған, бер-береһе менән йәнле аралашыуға һыуһаған ҡәләм тирбәтеүселәр ошо көндәрҙә уҙған йылға йомғаҡ яһарға һәм ағымдағы йылға бурыстарҙы, маҡсаттарҙы билдәләр өсөн Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына оло теләк менән йыйылды.
Ойошма етәксеһе Мансур Һиҙиәтов ағза итеп ҡабул ителеп тә, йыйылыштарға, башҡа сараларға һүлпән йөрөгән, ойошманан үҙ теләктәре менән китергә теләк белдергәндәрҙе ағзалыҡтан сығарырға кәрәклеген белдерҙе. Артабан ойошманың йыйынтығын туплап, китап итеп баҫтырыу эшенә яуаплы кешеләр билдәләнде, мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, конкурстар үткәреү, һәләттәре булып та, өйрәтеүсеһе, әйҙәүсеһе булмаған уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү кәрәклеге әйтеп кителде. Киләһе ултырышта кемдәрҙең ҡулъяҙмалары тикшереләсәге лә билдәләнде. Зум программаһы аша ике ижадсы менән ошо көндәрҙә әҙәби осрашыу үткәреү бурысы Йөйәк ауылы китапханасыһы Динә Солтановаға йөкмәтелде.
Шулай уҡ яҡташыбыҙ, яҙыусы-романист Яныбай Хамматовҡа халыҡ яҙыусыһы исемен биреүҙе юллап ҡултамғалар ҙа йыйылды...
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 21-се һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: