Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март 2021, 11:00

Халыҡ өсөн хеҙмәт итәләр

Муниципаль район хакимәте башлығы Андрей Иванюта, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Кирилл Егупов Халыҡҡа торлаҡ хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, наградалар тапшырҙылар.

Намыҫлы хеҙмәте һәм үҙ бурыстарына яуаплы ҡарағаны өсөн муниципаль район Советының Почет грамотаһы менән Тимер юл ауылының торлаҡкоммуналь хужалығы контролеры Тамара Васильевна Герасимова, “Жилсервис” йәмғиәтенең ҡыйыҡ ябыусыһы Максим Петрович Решетников, “Йорттар хужалығы” йәмғиәтенең слесарь-сантехниктары Михаил Валерьевич Шалаев менән Павел Викторович Миронов, “Мунса, кер йыуыу һәм химик таҙартыу фабрикаһы”ның кер үтекләүсеһе Гөлфинә Фәнил ҡыҙы Салауатова һәм электрослесарь Фәнил Закир улы Фәтҡуллин (һүрәттә) бүләкләнде. Муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталары “Водоканал” йәмғиәтенең баш инженеры Алексей Сергеевич Барминға, һыу үткәргес ҡоролмаларын таҙартыу мастеры Наталья Петровна Горшенинаға, электрогазосварщик Андрей Николаевич Токаревҡа, ремонтлау слесары Георгий Петрович Амафтиоасҡа, “Жилсервис” йәмғиәтенең штукатур маляры Лира Сафа ҡыҙы Йәһүҙинаға, балта оҫтаһы Юлай Илдар улы Төхвәтуллинға һәм “Техресурс” йәмғиәтенең слесарь-сантехнигы Ринат Рауил улы Шәрәфетдиновҡа тапшырылды.
Муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән “Йорттар хужалығы” йәмғиәтенең электрогазосварщиктары Рамил Зинур улы Сәғитов менән Сәғит Сабит улы Талипов, “БелорецкДомСервис” йәмғиәтенең балта оҫтаһы Мактумян Суфиян улы Иҡсанов, Тимер юл ауылының торлаҡ-коммуналь хужалығы мастеры Дмитрий Геннадьевич Борисков наградланды.
Ҡала биләмәһе Советының Почет грамоталары менән “Жилсервис” йәмғиәте электромонтеры Юрий Николаевич Афонин менән “Йорттар хужалығы” урам һепереүсеһе Николай Васильевич Ганаев, ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары менән “Жилсервис” йәмғиәте слесары Сергей Александрович Благов, “Жилсервис” йәмғиәте штукатур-маляры Люза Әсғәт ҡыҙы Йәнбирҙина, ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән “Йорттар хужалығы”слесарь-сантехнигы Венер Моратша улы Әҙелмырҙин, урам һепереүсе Венера Сәғей ҡыҙы Ҡәипова, торлаҡ-сервис үҙәге урам һепереүсеһе Валерий Александрович Кондрашев һәм “Металлург” стадионы механизаторы Радик Сәйфулла улы Таһиров бүләкләнде.

Читайте нас: