Яҡшы үҫеш алған ҙур орхидеяға ун көн дауамында бөтөнләй һыу һибергә ярамай, бары тик бер аҙ һыу бөркөп торорға ғына кәрәк. Үҙенең тышҡы аристократик ҡиәфәтенә ҡарамаҫтан, ул өй шарттарында яҡшы үҫә. Ғәҙәттә, был үҫемлек көйһөҙлөгөнән түгел, кешенең саманан тыш ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтеүенән үлә. Тәбиғәттә күп кенә орхидеялар туҡланыу ерлеге булмаған, тупраҡһыҙ урында, ағас ботаҡтарында үҫәләр.
Был шарттарҙа орхидея үҙенең үҫеше өсөн һыуҙы тамырҙары менән һауанан ала, ә ағастағы ҡороған ҡайыр, мүк, серегән япраҡтар орхидеяның туҡланыу сығанағы булып тора. Шунлыҡтан орхидеяға тупраҡты ғәҙәти баҡса еренән түгел, иҫке ҡарағай ҡайыры, утын күмеренән, серегән ағас төбө ҡалдыҡтарынан һәм кипкән абаға тамырҙарынан яһарға кәрәк.
Орхидеяға һыуҙы аҙ-аҙлап һәм һирәк кенә (аҙнаға бер тапҡыр) һибеү һорала, ә бына тирә-йүнен гел дымлы итеп тотоу өсөн, уға көнгә бер нисә тапҡыр һыу бөркөү яҡшы. Һыу һибеү өсөн бүлмә температураһындағы йомшаҡ һыу ҡулланығыҙ. Һыуҙы иртән һибеү, бөркөү кискегә ҡарағанда гөл өсөн күпкә файҙалыраҡ. Орхидеяның ерлеге һыу һипкәндән һуң тиҙерәк ҡороһон өсөн, уның һауыты төптән генә түгел, йән-яҡтан да тишкеләнгән булырға тейеш.
Һыу һибеүҙең иң яҡшы ысулы һауыттағы "ерлек"кә һыу бөркөү. Орхидея яҡшы үҫһен өсөн уға ҡышын 22 градуслы, ә йәйен 20 градуслы йылылыҡ булған идеаль температуралы, үҙе яҡты, әммә ҡояш нурҙары тура төшмәгән урын булдырыу зарур.