Үҙәк район клиник дауаханаһына йәмғеһе 2200 доза “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһы килтерелһә, бөгөнгө көндә шуның 1900-ө ҡулланылған. Белгестәр был прививканы эшләтеү август айында тамамлана, тип фаразлай.
Вакцина өс аҙна арауығы менән ике этапта яһала. Беренсе прививканан һуң кешенең организмында һаҡлаусы антиматдәләр хасил булһа, икенсеһен эшләткәндән һуң тотороҡло һәм оҙайлы күҙәнәк кимәлендәге иммунитет барлыҡҡа килә. Был иммунитет ике йылғаса етә тип иҫәпләнә.Вакцинациялау ирекле рәүештә атҡарыла. Ул 18 йәштән өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән. Ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға, хроник ауырыуҙары киҫкенләшкән кешеләргә уны эшләтергә ярамай. Шулай уҡ киҫкен вируслы инфекция менән ауыр сирләгәндәргә тулыһынса һауыҡҡандан һуң 3-4 аҙна үткәс кенә рөхсәт ителә. Аутоиммун ауырыуҙары, яман шеш менән интеккәндәргә прививканы мотлаҡ рәүештә башта табипҡа мөрәжәғәт итеп, ентекле тикшереү үтергә һәм ул кәңәш иткәндән һуң ғына эшләргә кәрәк. Прививканы ҡала поликлиникаһының 10-сы бүлмәһендә, Үрге Әүжән, Тирлән, Инйәр, Туҡан участка дауаханаларында, Сермән, Сосновка, Абҙаҡ амбулаторияһында эшләтергә мөмкин. Башта Дәүләт хеҙмәте күрһәтеү порталы, 3-23-45 телефоны аша, йәки 23-сө кабинетҡа мөрәжәғәт итеп яҙылырға кәрәк. Вакцинацияланыу тураһындағы сертификатты алыу өсөн Дәүләт хеҙмәте порталында теркәлеү мотлаҡ. Сертификат прививканың икенсе этабын үткәндән һуң “шәхси кабинет”ығыҙға ебәрелә.
- Шулай уҡ күсмә фельдшеракушерлыҡ пункты ярҙамында, халыҡҡа уңайлыраҡ булһын өсөн ауылдарға ла йөрөйбөҙ. Ҡаланың һуҡырҙар йәмғиәтендә, Уҡшуҡта, Октябрьский биҫтәһенең 3-өнсө амбулаторияһында граждандарҙы вакцинациялау әүҙем уҙғарылды. Уҙған шәмбелә күсмә ФАП үҙәк баҙар эргәһендә эшләне. Августҡа тиклем беҙ район-ҡала халҡының 60 процентын прививка менән тәьмин итеп өлгөрөргә тейешбеҙ, - тип хәбәр
итте үҙәк район клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары Елена Николаевна Лисицкая.
Билдәле булыуынса, коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививкалар тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә яһалды. Хроник сирлеләр һәм 60 йәште уҙғандар шулай уҡ айырыуса иғтибар үҙәгендә тора.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта вакцинациялауға ыңғай фекерҙә һәм ошо көндәрҙә уны тулыһынса эшләтте: “Уҙған йылдың сентябрендә яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәштем. Көндән-көн уға ҡаршы булған иммунитет кәмей бара. Эшем буйынса күмәк кеше йыйылған урындарҙа йыш булырға, граждандар, коллегаларым менән осрашыуҙар, ултырыштар үткәрергә тура килә. Шунлыҡтан прививка яһатыуҙы кәрәк, тип һананым” - ти ул.
Үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Виктор ЧУБИК та ошо көндәрҙә вакцинаның беренсе өлөшөн һалдырҙы:
- Йәштәрҙең һәм урта йәштәгеләрҙең күбеһе был ауырыуҙы еңел, шул иҫәптән бер ниндәй билдәләрһеҙ үткәрҙе. Әммә, кешелә ауырыу билдәләре булмаһа ла, ул йәшәгән йортона вирус алып ҡайтырға һәм хәүеф төркөмөнә ҡараған оло йәштәге атаәсәләренә ауырыуҙы йоҡтороуы ихтимал. Ә улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сирҙе бик ауыр үткәрә. Йәғни, үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла уйлағыҙ һәм прививка эшләтеүҙән баш тартмағыҙ, - тип мөрәжәғәт итә Виктор Иванович социаль селтәрҙәрҙә.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 24-се һанында уҡырға була.