Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Март 2021, 16:55

Остаздар менән уҡыусылар осрашты

ю

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, “Шоңҡар” йәштәр журналының баш мөхәррире, яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың Абҙаҡ мәктәбендә республикаға билдәле шәхестәр менән осрашыу үткәреүе традицияға әйләнгән. Ошо көндәрҙә Абҙаҡта һәм ҡала лицейинтернатында уҡыусылар менән йәнле аралашыуға ҡоролған фәһемле саралар үтте.
Абҙаҡ мәктәбендә ойошторолған кисә “Ата-әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәт” темаһына арналды. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Фирүзә Фәттәхова, Рәзилә Фазылова һәм Илүзә Шоҡобаева әҙерләп алып барҙы. Ҡунаҡтар - Айгиз Баймөхәмәтов, “Шоңҡар” журналының яуаплы секретары, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов, шағир һәм композитор Рәмил Сурағолов, йырсы Харис Шәрипов һәм “Шоңҡар” журналы хәбәрсеһе Айнур Акилов, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Мансур Һиҙиәтов, ойошма ағзаһы Әнисә Ғәзизова менән таныштырыу һәм сараны асыу мәктәп директоры Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужинаға бирелде.
Абҙаҡ ауылынан сыҡҡан билдәле йырсы Роза Аҡкучукованы иҫләп, уның йырын тыңлап алғандан һуң ҡунаҡтар, ауылдың оло кешеләре, ата-әсәләр, уҡыусылар һәм уҡытыусылар төркөмөнә бүленеп фекер алышыуҙар башланды. Мәҡәлдәргә аңлатма биреү, фильмдарҙың, Интернеттың балаларға йоғонтоһо, тәьҫире, киҫкен хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләү ҡыҙыҡлы ла, уйландырырлыҡ та булды.
Уҡыусылар ҡунаҡтарҙы “Ерҙә йәшәү бәхет” йыры менән оҙатып, тағы ла килеүҙәрен теләп ҡалды.
Лицей-интернатта үткән осрашыу кисәһендә VI-IX класс уҡыусылары ҡатнашты. Директор Гөлнара Зариф ҡыҙы Зәйнетдинова ваҡыттарын йәлләмәй,б эшләйһе эштәрен ситкә ҡуйып, балалар менән аралашыу өсөн Өфөнән килеп еткән ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, уҡыусыларҙың уларҙы көтөп алыуҙарын белдерҙе.
Осрашыу барышында VIII класс уҡыусыһы, “Сәхнә телмәре” түңәрәге ағзаһы Солтан Мансуров Айгиз Баймөхәмәтовтың “Урам балалары” әҫәренән, III класс уҡыусыһы Гөлшат Абдуллина Венер Исхаҡовтың “Шоколад ниңә асыуланды?” хикәйәһенән өҙөктө уҡып ишеттерҙе, апалы-һеңлеле Элина һәм Эльвина Төхбәтовалар Рәмил Сурағолов көйөнә яҙылған “Әсәйемдең ҡосағы” йыры менән сығыш яһаһа, Харис Шәрипов репертуарынан алынған “Ветерандар” йыры менән сәхнәгә күтәрелгән VII класс уҡыусыһы Радмир Мөхәмәтшин моңло тауышы менән барыһын да хайран итте. Уҡыусыларҙың барыһы ла авторҙар ҡулынан бүләктәр алып ҡыуанды. Рәмилә Әбүталипова,
“Сулпылар” ансамбле башҡарыуындағы йырҙар ҙа кисәгә йәм өҫтәне.
Айгиз Ғиззәт улы үҙ сығышында лицей-интернатта практика үткән ваҡыттағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уҡыусыларға маҡсатлы булып, хыялдарға ынтылып йәшәргә, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа өндәне, китаптар бүләк
итте. Венер Айҙар улы ҡыҫҡа сатирик әҫәрҙәрен уҡып ишеттереп кәйефтәрҙе күтәрһә, Рәмил Мотаһар улы менән Харис Мөбәрәк улы дәртле йырҙары менән ҡыуандырҙы.
Сара һуңында уҡыусылар Өфө ҡунаҡтарына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Читайте нас: