Противогазды ҡулланып һаҡланыу комплектын ваҡытҡа кейеү, сафта йөрөү әҙерлеге, ҡаршылыҡтарҙы үтеү буйынса 20-се мәктәп уҡыусыларына етеүсе булманы. 21-се мәктәп уҡыусылары “Палатканы ҡороу”, “Тарихи белешмә” этаптарында еңде. Калашников автоматын иң тиҙ һүтеп йыйыусылар - Тимер юл мәктәбе. 16-сы мәктәп үҫмерҙәре урындағы тактик уйында иң етеҙҙәре булып билдәләнде. Шәхси зачеттарға килгәндә иһә, улар түбәндәгесә билдәләнде. Тимер юл мәктәбенән Дмитрий Юрочкин автоматты һүтеп-йыйыу, 20-се мәктәптән Виктор Машков спорт нормативының пресс, ошо уҡ мәктәптән Данил Лопухов ерҙән ҡалҡыныу, Егәҙе мәктәбенән Алик Ильясов гранатаны алыҫлыҡҡа ырғытыу, 21-се мәктәптән Ярослав Сергеев 30 метр арауыҡҡа ваҡытҡа йүгереү буйынса иң яҡшылары булды.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса, беренселекте 20-се мәктәп кадеттары алды. Улар һәр этапта айырылып торҙо тиерлек. Әйткәндәй, тиҫтерҙәре, ҡунаҡтар алдынан байраҡ менән дә тантаналы сафта егерменселәр үтте. Икенсе урынды ике мәктәп - Тимер юл һәм 21-се мәктәптәренең йәш армеецтары бүлеште. Ә өсөнсөгә лайыҡлы рәүештә Егәҙе мәктәбе уҡыусылары сыҡты.