Йөҙөм һыуы кешегә көн буйына етәрлек энергия бирә. Аюрведа йүнәлешен үҙ итеүселәр уны бауырҙы таҙартыу өсөн ҡуллана. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, эс ҡатыуҙан файҙаһы бар.
Йөҙөмдә С һәм В витаминдары күп, ул иммунитетты нығыта. Көндө йөҙөм һыуынан башлау организмға бактериялар һәм инфекцияларға ҡаршы көрәшергә булыша. Ҡыш айҙарында уның сихәтен айырыуса һиҙерһегеҙ.
Йөҙөмдә кальций күп, ул һөйәктәрҙе нығыта, остеопороздан һаҡланырға мөмкинлек бирә. А һәм Е витаминдарына бай, сәсте, тирене яҡшырта.