Картуф организмдан шлактар-
ҙы, артыҡ шыйыҡлыҡты сығара. Уны ашағанда инсульт булыу ҡурҡынысы кәмей. Картуф баш ауыртыуын да еңергә һәләтле. Уның өсөн сей картуфты дүңгәләкләп киҫеп, бер нисә минутка маңлайға ҡуйырға кәрәк. Картуфтан яһалған йылы компресс тамаҡ ауыртыуын, йүтәл, ревматизм, тире ялҡынһыныуын бөтөрә, һейҙек ҡыуығы елһенгән осраҡта файҙалы. Компресс яһау өсөн уртаса ҙурлыҡтағы өс картуфты ҡабығы менән бешереп, иҙәләр, марляға төрөп, ауыртҡан урынға ҡуялар. Компресты картуф һыуынғансы тоталар.
Витаминдарҙан тыш картуфта фолий кислотаһы бар. Ул күҙәнәктәр өсөн бик мөһим. Шуға ла картуфты бигерәк тә балаларға, үҫмерҙәргә, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарға ашарға кәрәк. Фолий кислотаһы гормондар бүленеп сығыуҙа актив ҡатнаша, организмды стрестарҙан һаҡлай.